Йәмғиәт
19 Января 2022, 05:40

Республика халҡы Ҡыш бабайға 10 000-гә яҡын хат яҙған.

Уҙған йылдың декабре дауамында балаларҙан һәм өлкәндәрҙән Великий Устюг ҡалаһына ҡышҡы тылсымсыға адресланған хаттар республиканың почта бүлексәләренә килде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика халҡы Ҡыш бабайға 10 000-гә яҡын хат яҙған.Республика халҡы Ҡыш бабайға 10 000-гә яҡын хат яҙған.
Республика халҡы Ҡыш бабайға 10 000-гә яҡын хат яҙған.

Көн һайын Рәсәй почтаһының Өфөләге магистраль сорттарға айырыу үҙәгенә, унан почта бүлексәләренән йыйылған бөтә корреспонденция төбәктән ситкә оҙатыла, Кыш бабайға йөҙҙәрсә хат килә. Байрам алдынан хеҙмәткәрҙәр көн һайын Өфө почтамты ҡарамағындағы бүлексәлә ҡуйылған махсус йәшниктән генә илленән ашыу хат алды.

Тылсымсы бабай резиденцияһына килтерелгән хаттарҙы балалар йыш ҡына почтала яҙған. Күптәре быны төркөмдәр менән эшләне, мәҫәлән, Өфө почтамты бинаһында урынлашҡан Почта музейында экскурсияла булған мәктәп уҡыусылары. Авторҙарҙың күбеһе хаттарҙы Великий Устюг ҡалаһына ебәргән: алыусының адресын һәм индексын тулыһынса күрһәткән, «А» литеры йәки тейешле номиналдағы марка менән конверт ҡулланған. Һәр хатты тиерлек һүрәттәр, йәбештереүҙәр һәм хатта ялтырауыҡлы әйберҙәр менән биҙәгән.

Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы директоры Ирек Ғәлимов әйтеүенсә, хат ебәргән ваҡытта балалар йыш ҡына почта хеҙмәткәрҙәренә үҙҙәренең теләктәрен еткерә. «Ғәҙәттә, улар - уйынсыҡтар, электрон гаджеттар йәки йорт хайуандары. Быйыл иһә үҙебеҙ һәм яҡындарыбыҙ өсөн һаулыҡ теләү иң ныҡ таралған үтенес булды», - тип билдәләне Ирек Ғәлимов.

«Рәсәй почтаһы» акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәте

Автор: