Йыл башында район биләмәһенә ел - дауыл уйнатып, ҡарҙар өйөп-бурап килеп инеүемә “Байыҡ” республика телевизион конкурсында Гран-при алған район мәҙәниәт һарайының “Самрау” бейеү ансамбле (етәкселәре А. Дауытова, Ф. Үтәбаев) ҡупшы шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнап та ята. Аяҡтан яҙғансы, манма һыуға төшөп, ҡар һаҡалым ирегәнсе бейенем тегеләр менән! Гел уйын-көлкөнән тормай бит тормош - йәшең еткән, аҡылтәжрибәң байтаҡ, тип, районда үткән республика “Аҡ юл” йәштәр форумында ҡатнашырға индереп тә ебәрҙеләр. Йәштәр мөхитендә терроризмды һәм экстремизмды иҫкәртеүсе шәп сарала ҡатнашып сыҡтым шулай.
Тажзәхмәт тигән яман сир шашып алды ла китте бит, шуға Башлыҡ шыршылары ла кисектерелде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы шыршыһына барырға лайыҡлы Ҡәҙриә Йәрмөхәмәтова (Брәтәк), Ирхан Үтәбаев (Әбделмәмбәт), Азамат Ҡарағолов (Байназар), Эльмир Аллабирҙин (Иҫке Собханғол), Азат Ғүмәровтарға (Ырғыҙлы) Башлыҡтың бына тигән бүләктәрен тапшырҙым – донъяның ней эше юҡ , тип тоғома һалып алғайным. Эй ҡыуанды балалар, уларҙың ҡыуаныуын күреп, үҙем ике ҡыуандым! Ошондай шәп балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тоҡ төбөмдән ғорур рәүештә тартып сығарып тапшырыу ҙа үҙенә күрә күңел байрамы булды, үәт!
Выжлап Байназар тарафтарына бара һалып, Рәсәй космонавтика федерацияһының Ю. Гагарин миҙалын Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ҡотлобаевтың түшенә ҡаҙай һалып килдем – шыршы башындағы йондоҙ ише түшен биҙәп, нур таратып торһон, әйҙә!
Район уғатарҙарының “Яңы йыл кубогы”нда мәргәнлеккә ярыштым. Тик бынау юлдыҡлы Юлбирҙиндарға етеп буламы – Сынбулат, Салауат, Дим призлы урындарҙы берәүгә лә тәтетмәне. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигән ҡарттар. Байназарҙа Чечен һуғышында батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә ойошторолған хоккей турнирында елдәй етеҙ егеттәр менән бер командала уйнап ҡайттым. Минең тырышлыҡ менән Иҫке Собханғол командаһы беренселекте яуланы хатта.
Ҡарт һөйәктәрҙе ҡуҙғатып, гел ярыш-фәләндә лә йөрөп булмай. Кеше күңеленә рухи аҙыҡ та кәрәк, шуға Килдеғол тарафтарына һуғылып, ундағы мәктәп коллективын “Таң” гәзитенә яҙҙыртып ҡайттым әле – әйҙә, рәхәтләнеп гәзит уҡыһындар, рух байытһындар афарин уҡытыусылар! Һыуыҡтар башланыуға Брәтәккә “Шыжлай самауырым” бәйгеһенә юлландым – әҙер аштан йөҙ сөйөрөп торор заман түгел! Ул арала брәтәктәр “Йәшәһен быйма!” тигән шәп ярыш иғлан итеп, үҙемдән дә ҡарт быймама байрам ойоштороп ташланы.
Унан ҡайтышлай, туптура Ағиҙел ҡасабаһына – үҙем һымаҡ оло һәм абруйлы ил улы Ҡазихан ҡарт менән ауыл ағинәйе Рәүмәнә Ишморатовтарҙы бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыу менән ҡотларға һуғылдым. Тоғомда уларға тәғәйен күстәнәстәр, ҡотлау открыткаһы ла бар ине!
Район күләмендәге “Быйма байрамы”нда бейеп, күңел асып йөрөй торғас, күпте күргән, күпте кисергән иҫке генә быймамдың ямаулы табаны ҡубып төштө. Бынау беренселекте алған” Фатима” командаһынан берәйһе хәлемә инеп, яңы быйма менән ҡыуандырмаҫ микән, тип тә хыялландым. 40 йыллыҡ тарихы булған быймаһын Вәзирә Ҡурамшина мин ҡарттан йәлләмәне, былай...
Теге быйманы һаплап, Байназарға Роберт Баязитов иҫтәлегенә үткәрелгән шахмат ярыштарына киттем. Яңы Мөсәт шахматсыларын тәки еңеп булманы...
Февраль башында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьерминистрының 1-се урынбаҫары – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Бөрйәнгә эш сәфәре менән килде – уны оҙатып йөрөп, хәлем һәлберәне, аяҡтарым талды, шулай ҙа бөрйәндәр өсөн файҙаға булыр был сәфәр, тип йыуандым... Ҡөрьән сүрәләрен ятлаусы уҡыусы балаларҙың конкурсы бик шәп үтте – бер нисә еңеүсе балаға тоғом төбөнән смартфондар сығарып биреп ҡыуандырҙым.
“Мәсем” клубы үткәргән “Мөғжизәле саналар” ярышы матур тамаша булды – ниндәй генә санаға ултырып йөрөлмәне лә, кемдәрҙең генә фантазияһына иҫем китмәне!
“Йыл уҡытыусыһы” конкурсына ла һуғылдым әле ул мин – Яңы Собханғолдоң инглиз теле уҡытыусыһы Физәлиә Кинйәбаева өсөн “ауырыным”. Брәтәккә райондың иң шәп ғаиләләре йыйылып ята, тигән һүҙҙәр ҡолағыма салынғас та, тоҡайттым шул яҡҡа – сәхнә йәме булған дан ғаиләләр менән бейенем дә, йырланым да, сәмле ярыштың уртаһында ҡайнаным да!
“Бөрйән батыры – 2021” Илнар Әмирханов менән ФОК-ты бер иттек – ярыштыҡ, алыштыҡ, сәмде, ғәмде эшкә ектек!
Йомро баштар Бөрйәндә тыумай ҡайҙа тыуһын – Иҫке Собханғол егете Азамат Хәкимов Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендиаты булыуға ирешкән – уны Өфөгә барып ҡотлап, тоғома күстәнәстәр тейәп ҡайтып төшөүгә ярты быуаттан ашыу үткәрелә килгән саналы аттар ярышы башланып китте.
Ғәҙел Ишҡолов, Заһир Тулыбаев, Рифҡәт Ишморатовтарҙың аты ла, үҙҙәре лә шәп, тип тел шартлатырға ғына ҡалды инде!
2021 йыл – Рәсәйҙә – Фән һәм технологиялар йылы, Башҡортостанда – Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителеп, ошо йылды тантаналы шарттарҙа асҡанда ике арҙаҡлы райондашыбыҙға – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Х. Х. Ҡолдәүләтоваға һәм Х.Х.Ишморатовҡа “Бөрйән районының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы һәм олуғ исемдәрҙе биреү бәхете тейҙе әле был сал һаҡаллы бабайығыҙға.
Һарғаяла йыл да үтә килгән “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары” нда ҡатнашып, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм ҡунаҡтар менән Ылаҡ уйыны ла уйнаным, суҡмар сөйҙөм, күҙ бәйләп көршәк “ваттым”, уҡ атып, мәргәнлегемде иҫбатланым.
“Сос килен” ярышында баш жюри булып, Бөрйәндең иң шәп килендәрен билдәләштем әле ул. Марсель менән Әлфинә Бикбулатовтарға торлаҡ сертификаты тапшырып ҡыуандырҙым.
Март урталарында Пермдә үткән 10 - сы БөтәРәсәй ҡышҡы ауыл уйындарында ла ҡыпыштан буш ҡалманым – Ирек Шәмиғолов, Илдус Насыров, Алина Боҫҡонова, Г ө л ф и н ә , И л н а р , И л с и ә Салауатовтар, Нияз Намаҙбаев менән алдынғылар рәтендә йөрөнөм.
“Әхмәт әйтеше”ндә Яңы Усман сәсәне Шәфҡәт Мәзитов менән ярышып ҡараһам да, был телгә бөткән әртистең алдына сығып булманы – Гран-при алып, картинаны ҡултығына ҡыҫтырып, еңеүсе булып ҡайтты ла китте.
Ҡарһылыуым арып, йонсоп киткәс, “Йыл һылыуҡайы”нда еңеүсе Брәтәк гүзәле Нәргизә Ғәбитованы эйәртеп йөрөнөм. У н ы ң м е н ә н и к ә ү л ә п Әбделмәмбәткә барып, Ирхан Үтәбаевҡа “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының “ Б и р е ш м ә ! ” п р е м и я һ ы н тапшырып ҡайттыҡ әле.
Иҫке Собханғол мәктәбендә үткән “Таң” белем биреү форумында билдәле яҙыусы, журналист Айгиз Баймөхәмәтов, “Рәсәй студентлығы – 2020” лидеры Алмаз Ҡарағолов, йырсы Алтынай Вәлитовтар менән ҡорҙаш булыу бәхете лә тейҙе әле мин ҡартласҡа! 2 апрелдә районда үткән “Тарих яҙыр инем ташына...” әҙәби марафонында ҡатнашып, Өфө ҡунаҡтары менән ултырҙаш булып, яҙыусы-шағирҙарҙың солғанышын байытып йөрөргә лә тура килде.
Апрель башында «Урал» ФОКында Урал аръяғы райондары хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре араһында спартакиада үтеп, район командаһы намыҫын аҡ һаҡалым менән яҡларға тура килде. “Яҙ һулышы – 2021” халыҡ бейеүҙәре фестиваленә Вадим Ниязғолов атлы Бөрйән егетен санама ултыртып алып барғайным, Гран-при алып ҡайтты егет аҫылы – иретә башлаған юлда йонсоп йөрөүебеҙ бушҡа булманы!
Ҡөрьән ятлау буйынса конкурс быйыл ололар араһында ла үтеп, Иҫке Собханғолдан Рәзифә Нәбиуллина Гран-при алып, бүләккә төшкән аҡсаһын “Фурҡан” мәсете төҙөлөшөнә индереп тә ҡуйҙы, афарин! Бөтә кешегә лә ярлы-ябаға булып йөрөү еткән, тимәгеҙ – ана бит, брәтәктәр ныҡышҡасныҡышты – Өфөгә “Айыҡ ауыл” республика конкурсы финалсылары исемлегендә барып, урта ауылдар категорияһында 3-сө урын яулап, 2 миллион һум аҡсаны тоғона һалып та ҡайтты!
Фәнил Шәмиғолов атлыларҙың олоһо ла, кесеһе лә шәптер ул – “Йәш таланттар” Бөтә Рәсәй Артобъекты сиктәрендә үткән йәш башҡарыусылар конкурсында Иҫке Собханғолдағы Камил Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Фәнил Шәмиғолов Гран-при алып ҡайтты (етәксеһе Й. Иҫәнғәлин).
Байназарҙа үткән “Йыл уҡыусыһы – 2021” район конкурсында ошоға тиклем “Иман нуры” район конкурстарында еңеүсе булып танылған Килдеғол егете Баязит Билаловтың еңеүе – икеләтә ҡыуаныс.
Билем ҡаймығып киткәс, бер аҙ хәл алайым, тип, Яңы Собханғолда үткән “Урындыҡ байрамы”на барып, урындыҡтағы ҡаралды өҫтөндә ҡайҡайып төшөп ял итеп ҡайттым әле – рәхәт булып ҡалды!
9 Май – Бөйөк Еңеү байрамы менән райондың иң абруйлы шәхестәрен – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Абдулла Ваһапов менән Гөлгизәр Изгиналарҙы ҡотлап сыҡтым!
Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында үткән “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләү конкурсында жюриҙа булып, Яңы Монасиптан Әмилә Сәғитова ҡыҙыма Гранпри тапшырып ҡайтырға ла онотманым.
Мораҙым тарафтарына ла ташланы яҙмыш еле – Почет билдәһе ордены кавалеры, БАССР - ҙың атҡаҙанған зоотехнигы Таштимер Әлибаковҡа ауылдаштары менән берлектә таҡтаташ ҡуйыуҙа ҡатнашып, бик матур сара уртаһында ҡайнап ҡайттым.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә үҙемә байрамдарға алып барырға һәптеюҡ шыршы, ҡарағай үҫентеһе ултырттым, башҡаларҙы ла изге эшкә әжеүәләнем.
Район үҙәк дауаханаһына республика Башлығы биргән “Лада Ларгус” машинаһын ҡыуып алып килеп бирҙем – мөмкинлектәре сикләнгәндәр файҙаланып бер ҡыуанһын!
“Әбделмән” мәсетендә “Иман нуры – 2021” район конкурсы үтеп, ундағы балалар менән бергә Ҡөрьән сүрәләрен ятлап, еңеүселәрҙе ҙур бүләктәр менән һөйөндөрөргә лә онотманым.
Матросов урамында Ырыҫбаева Мәрйәм Әхмәт ҡыҙы иҫтәлегенә таҡтаташ асыуҙа ҡатнашып, тарих битен яҙыуға ла үҙ өлөшөмдө индерҙем әле.
Ҡар иреп бөткәс, көнөм Силәбе өлкәһендә үткән ат ярыштарында 1-се урын алған Яңы Усман уҙаманы Фидан Мәзитовҡа төштө – Эвтерия ҡушаматлы елдән етеҙ сабыусы атын һорап тормай булманы.
Һабантуй көндө лә күләгәлә әлһерәп ятманым – ялан батырҙарын - Маргиз Назаров, Нәҙир Маликов, Радис Нурғәлин, Мәүлит Әминев, Әхмәт Ғәлин, Азамат Тимерғәлин, Динислам Билалов, Рафиҡ Исҡужиндарҙы ҡотлап, бүләктәр тапшырҙым.
БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.Тажетдинов Бөрйәндә эш сәфәре менән булып, уның менән “ШүлгәнТаш” тарихи-мәҙәни музей комплексын төҙөүҙе тамамлау тураһында кәңәшмә үткәреп, маҡсаттар билдәләнек.
Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназияһында уҡыусы Бөрйән ҡыҙы Гөлназ Ишемғужинаны ике фәндән БДИ-ла 100-әр балл йыйыуы менән барып ҡотлап ҡайттым.
Мәһәҙей түңгәүерҙәре менән Йылайырҙа Түңгәүерҙәр йыйынында булырға ла тура килде.
26 июндә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер - министры А.Назаров эш сәфәре менән беҙҙең тарафтарҙа булды – уны оҙатып, төҙөлөш объектындағы эш барышы менән яҡындан танышып йөрөргә тура килде.
Райондың әүҙем йәмәғәт ойошмаһы – Чечен Республикаһында һәм башҡа ерҙәге локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусы егеттәр менән Ғәбитов Илдар Зөфәр улына памятник ҡуйып, мәрхүмдәр рухына аят-доға бағышлап, тоғома сауап та йыйҙым әле.
Ул арала Бөтә донъя Фольклориадаһы сиктәрендә районда үткән матур сараларҙа ҡатнаштым – Йылҡысыҡҡанда эпосыбыҙ геройы Аҡбуҙатҡа һәйкәл астым, Албания, Венгрия, Коста-Рика, Ҡырғыҙстан, АҠШ, Черногория, Швейцария вәкилдәре менән урам сәхнәһен бер итеп өйөрөлдөм, йырҙар йырлап йыуандым.
Бөрйәндә ағинәйҙәр генә әүҙемлек күрһәтмәһен әле, тип, РФ Дәүләт Думаһы депутаты З. Байғусҡаров менән ир-атты йыйып, ирҙәр ҡоро булдырып, уға баш итеп Шәһит Хәйбуллинды һайлап та ҡуйҙым.
Яңы Усман уҙаманы Вадим Сәйфетдиновҡа Ҡыш бабайлыҡ серҙәремде өйрәттем – ул район ҡортсоларына бушлай инә ҡорт таратып сыҡты – афарин!
Бер түгел өс көн һайлауҙарҙа ҡатнашҡас, йәрминкәһе лә килеп етте. Ул арала Ығышма күле Ер йөҙөнән юҡҡа сығып, башҡа ғауға һалды.
Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров Бөрйәнгә эш сәфәре менән килеп, һәптеюҡ проблемаларҙы хәл итешергә вәғәҙә биреп китте. Иң ҡыуаныслыһы - Нәбиҙә һәм район үҙәгенең үр яғында мәктәптәр төҙөргә фатиха бирелде.
Йәнә теге Нәбиҙәге «һаҡаллы» күпер буйынса ла боҙ урынынан ҡуҙғалды. Ул ике арала Байназарҙың ике көрәшсе егетен – Радис менән Рәмисте Мәскәү турнирҙарындағы еңеүҙәре менән ҡотлай һалып килдем.
Нәби урамына асфальт йәйелгәс, хәҙер санам унда батмаясағы көн кеүек асыҡ.
Алағуян йылғаһы аша эшҡыуар Илнур Шәмиғолов күпер һалдырып, халыҡ телендә “Илнур күпере” пәйҙә булды!
Хәрби разведкала хеҙмәт иткән егеттәр иҫтәлегенә район мәҙәниәт һарайы алдындағы биләмәлә стела асылды.
Ноябрь урталарына “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсының Гала-концертында “Самрау” ҙа, Фәнис Үтәбаев та беренсе урын алып ҡыуандырҙы!
Әбделмәмбәт мәктәбе спорт йәһәтенән дә, рух үҫтереү йәһәтенән дә беренселекте бирмәй – ана бит, киләһе ярты йыллыҡҡа бөтә коллективтары менән “Таң”ға яҙылып, дуҫлыҡ күперен нығытып яталар! Район хакимиәте башлығы саңғы ла бүләк иткән үҙҙәренә! Унда робоһабантуйҙа ҡатнашып, йәнә Рәсүл Сөләймәнов иҫтәлегенә шахмат турнирында баштың шөрөптәрен һынарға тура килде.
Райондың хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы ветерандары Денис Ырыҫҡолов исемендәге кубокҡа волейбол ярыштары үткәреп һөйөндөрһә, тажзәхмәттең кәмей төшөү ҡыуанысы тоғомдо тағы һәлмәкләндерҙе.
“Фурҡан” йәмиғ мәсете, шөкөр, эсендә намаҙ уҡырлыҡ хәлгә етте. Ағиҙел ҡасабаһындағы ташмәсет тә төҙөлөшө яғынан әүҙемдәр иҫәбендә – районда иман артып, әҙәп-тәүфиҡ көсәйһен генә инде, Алла бирһә!
Эйе, өс хәтәре менән һынаны быйылғы йыл – тажзәхмәт, урман янғындары, ҡоролоҡ. Юҡ, Бөрйән һынлы Бөрйән ҡарты булып шуларға бирешеп торам буламы – һынауҙарҙа һынмай, проблемалар алдында бөгөлөп төшмәй, күтәренке кәйеф, ныҡлы рух, иман ҡеүәте менән алға елдереп ултырыш, йәмәғәт! Үткән эшкә – салауат! Бөгөнгөбөҙ имен булһын да, киләсәгебеҙ хәйерле, бәрәкәтле булһын!
Яңы йылда ла Раббыбыҙ барыбыҙға ла фәҡәт яңы уңыштар, имен-аманлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, күңел көрлөгө насип итһен!
Ҡыш бабайҙы Ҡарһылыу РӘЖӘПОВА оҙатып йөрөнө.