-Ағымдағы йылда территориаль заказ буйынса Иҫке Собханғол-Ҡағы һәм Иҫке Собханғол-Мораҡ йүнәлешендәге автомобиль юлдарында капиталь ремонт уҙғарылды. Муниципаль заказ сиктәрендә Иҫке Собханғол-Ғәлиәкбәр юлы рәтләнде, Мәндәғол ауылының Ағиҙел урамына 1 км оҙонлоҡта асфальт түшәлде, Иҫке Собханғолда мәҙәниәт һарайы , Ленин һәм Яр урамдарында, Алаҡуян йылғаһы аша һалынған күперҙә, Мораҙым ауылының Ташморон урамы юлында, Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылының Үҙән йылғаһы аша һалынған күперҙә ремонт эштәре башҡарылды, Бәләкә Ҡыпсаҡта Үҙән йылғаһының ярҙары нығытылды. Шулай уҡ тышҡы заказ буйынса район ветстанцияһы майҙансығында, тротуарҙарҙа асфальт яңыртылды. Йыл да техника яңыртылып тора. Быйыл тәгәрмәсле экскаватор, бортлы УАЗ, автогрейдер, еңел автомобиль алыуға өлгәштек, - тине Руслан Рафиҡ улы.
Берҙәм һәм татыу коллективта оҙаҡ йылдар, үҙ эшенең оҫталары эшләй.
Юл эшселәре, водителдәр, юл мастерҙары, бульдозер, автогрейдер, экскаватор, погрузчик һәм каток машинистары, механиктар, инженерҙар, энергетик, асфальтобетонщик, трактористар, электрогазосварщик, энергетик, оператор, дробильщик , техник лаборанттар араһында Мәжит Ҡолдәүләтов 36 йыл, Мирхәт Исламғолов 36 йыл, Рөстәм Сафин 27 йыл, Наил Абдуллин 27 йыл, Тимерйән Байғусҡаров 23 йыл, Фәнил Алтыншин 26 йыл, Тимерйән Байғусҡаров 23 йыл юл эшендә хеҙмәт итәләр.
-Руслан Рафиҡ улы етәкселек итеү осоронда идаралыҡтың эше күпкә яҡшырҙы. Уның етәкселеге аҫтында алынған яңы техника эшебеҙҙе сифатлы итеп башҡарыуға мөмкинлек бирә. Коллективҡа ҡарата ғәҙел һәм шул уҡ ваҡытта талапсан. Һуңғы йылдарҙа иҡтисад өлкәһендә ойошмалар араһында уҙғарылған ярышта «Иң яҡшы ойошма» исемен, юғары етештереү күрһәткестәре өсөн «БР транспорт төҙөүселәре союзы»ның дипломын алдыҡ, етәсебеҙ АО «Башкиравтодор»ҙың «Йыл кешеһе» дипломына, юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн почет грамоталарына лайыҡ булды. Район күләмендәге шахмат, шашки, йөҙөү, бильярд, буйынса ярыштарҙа, һабантуй, Яңы йыл байрамдарында уҙғарылған конкурстарҙа гран-при, беренсе урындар алып киләбеҙ, - тине идаралыҡтың баш инженеры Д. Ҡаһарманов.
Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән артабан да районда яҡшы юлдар барлыҡҡа килер, юл сифаты яҡшырыр тигән өмөттәбеҙ.