Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ғинуар 2022, 10:44

Терапевт һәм педиатр ҡабул итә

Яңы йыл каникулдары дауам итә. Халыҡтың күп өлөшө Яңы йылды матур итеп ҡаршы алып, рәхәтләнеп ял итә.

Терапевт һәм педиатр ҡабул итә
Терапевт һәм педиатр ҡабул итә

Шул уҡ ваҡытта байрамдарҙа ла, ялдарҙа ла беҙҙең именлек һағында тороусы кешеләр бар.

Медицина, эске эштәр бүлексәһе, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, газ, юл, энергия тармаҡтары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, район үҙәк дауаханаһында каникул көндәрендә лә терапевт һәм педиатр көн һайын халыҡты ҡабул итә.

1, 3, 5, 7 ғинуар көндәрендә инфекция кабинеты эшләй. Бынан тыш, процедура һәм прививка кабинеттары көн һайын асыҡ һәм үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта уларға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Коронавирустан вакцина яһау ҙа дауам итә. Ә “тиҙ ярҙам” бүлегендә, барыбыҙға ла мәғлүм, эш өҙөлмәй.

Беҙҙең именлек, һаулыҡ, уңайлылыҡ һағында хеҙмәт итеүселәргә рәхмәт әйтеп, эштәрендә уңыштар теләйек.

Каникулдар матур һәм файҙалы үтһен, бәлә-ҡазалар булмаһын. Шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ, райондаштар: беҙҙең өсөн каникулдар дауам итһә лә, теге тажзәхмәт каникулға китмәгән, ул темеҫкенеп беҙҙең арала йөрөй. Шуға күрә ял иткәндә лә һаҡланыу ҡағиҙәләрен онотмайыҡ: битлектәр кейәйек, дистанция һаҡлайыҡ, кешеләр күп йыйылған урындарҙа айырыруса һаҡ булайыҡ.

Барығыҙға ла ҡышҡы ялдар тик онотолмаҫ минуттар, тән һәм йән сәләмәтлеге бүләк итһен!

Автор:Т.Баһауетдинова
Читайте нас: