Йәмғиәт
2 Января 2022, 06:10

Тыныс башланған, имен үтһен

Янғын һағы хеҙмәтендә эшләүселәргә ал да юҡ, ял да юҡ.Ҡышҡы оҙайлы каникулдар ҙа уларға ҡағылмай - халыҡ именлеген һаҡлай торған оло бурыс бар.

Тыныс башланған, имен үтһенТыныс башланған, имен үтһен
Тыныс башланған, имен үтһен

73 -сө янғын һағы урынлашҡан бинаға табан яңы йылдың икенсе көнөндә көрт йырып атлайым.
Уларҙың биләмәһе ҡарҙан тап - таҡыр итеп көрәлгән, шар асыҡ ҙур ҡапҡалар күңелгә шом һала - әллә бер - бер хәл булдымы, янғын сыҡтымы икән тигән уй мейене телеп үтә.
Бина эсендә бөгөн 8:30 сәғәттә эш башлаған 4 -се ҡарауыл егеттәре тып баҫып ҡаршылай.
Ҡарауыл начальнигы Камил Ҡәҙерғолов йылдың имен башланыуынан ҡәнәғәт: "Аллаға шөкөр, йыл тыныс, бәлә -ҡазаһыҙ башланып китте. Аҙағы ла шулай хәйерле булһын", - ти ул.
Айбулат Абдрахманов, Урал Байбулатов, Фәнис Ҡотломөхәмәтов, Нур Исҡужин, Азамат Уразаев, Урал Мирасовтар ғәҙәттән тыш хәл сыға ҡалһа, һәр ваҡыт әҙер.

Эйе, имен - аманлыҡта, бәрәкәтендә старт алған өр-яңы йыл һәр беребеҙ өсөн имен-аман үтһен, һәр хеҙмәт, һәр ойошма үҙ эшенең матур һөҙөмтәләрен генә күреп ҡыуанһын!

Автор:А. Ғарифуллина
Читайте нас