Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2021, 12:15

Республикала 200 мең кешегә прививка яһарға ҡалды – «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күсмә «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә республикала һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары госпитален проектлай башлауҙары хаҡында һөйләне. Дауахананың майҙаны – 67 мең квадрат метр, ул Затонда төҙөлә. Ике ковид-госпиталь сирлеләрҙе дауалауҙа әһәмиәтле роль уйнаны, тип билдәләне республика етәксеһе.

Республикала 200 мең кешегә прививка яһарға ҡалды – «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»
Республикала 200 мең кешегә прививка яһарға ҡалды – «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»

«Беҙ ике ковид-госпиталь төҙөнөк, улар халыҡты дауалауҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Беҙҙә һәр өсөнсө ауырыу ошо госпиталдәр аша үтте. Белеүегеҙсә, хәҙер Туймазыла һәм Сибайҙа яңы инфекция үҙәктәре төҙөй башланыҡ. Туймазыла төҙөлөш әүҙем бара, Сибайҙа эштәр барышы бер аҙ аҡһай. Әммә беҙ уларҙы тиҙерәк төҙөп бөтөргә тырышырбыҙ», – тине Радий Хәбиров.

Республикала 2,2 миллион самаһы кеше вакцинаның тәүге компонентын алған, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

«Беҙгә 200 мең самаһы кешене вакцина яһатырға күндерергә ҡалды, әммә улар – аҙаҡҡаса беҙгә ышанмағандар. Тимәк, кешеләрҙе өгөтләйбеҙ, вакцина эшләтеүҙәрен һорайбыҙ. Шул саҡта инде беҙ коллектив иммунитетҡа өлгәшербеҙ. Сирҙең яңы штамдары, яңы төрҙәре барлыҡҡа килә. Үҙегеҙ күрәһегеҙ, хәҙер бөтә донъяла «омикрон» тарала. Бик тиҙ тарала, тотош дәүләттәр сиктәрҙе япты. Дөйөм алғанда, республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау системаһы һәм медицина корпусы берҙәм, йәнле организм булараҡ сығыш яһаны», – тине Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас: