«Ил Президенты указы менән Өфөнөң 450 йыллығына федераль статус бирелде, федераль кимәлдә ойоштороу комитеты бар. Бының өсөн Владимир Владимировичҡа ҙур рәхмәт, сөнки был бөтөнләй икенсе статус тигән һүҙ. Дөйөм федераль сараға әүерелә. Әлбиттә, быйыл август айында Президент килгән саҡта проекттарыбыҙға ярҙам итеү мәсьәләһен дә тикшергәйнек. Президент ҡарарҙарҙы тиҙ генә ҡабул итә. 2024 йылға көрәш һарайын төҙөй башлайбыҙ, был йәһәттән федераль финанслау ҙа бар — 1,1 миллиард һум. Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәте ярҙамында Өфөнөң 450 йыллығын лайыҡлы ҡаршыларбыҙ тип ышанам», — тине республика етәксеһе.
Ул Башҡортостандың баш ҡалаһында хоккей буйынса донъя чемпионаты уйындарын уҙғарыу мөмкинлеге хаҡында ла һөйләне.
«Был бик шәп, әлбиттә. Беҙ Башҡортостанға спорт, мәҙәни һәм башҡа сараларҙы йәлеп итәбеҙ. Хоккейға килгәндә, Өфөнөң Зорге урамындағы иҫке Хоккей һарайын төҙөкләндереүҙе ҡарарға уйыбыҙ бар. Быны үҙгәрткәс, ғариза йәһәтенән үҙебеҙҙе ышаныслыраҡ тойорбоҙ тип уйлайым. Беҙҙең «Өфө-Арена» бар, был, ысынлап та, иң яҡшы боҙ һарайҙарының береһе. Һәйбәт идея. Журналист һорау бирҙе, Президент та был мөмкинлекте инҡар итмәй, тимәк, беҙгә артабан эшләргә кәрәк», — тине ул.