Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин уҙғарған Ҙур матбуғат конференцияһында төрлө мәсьәләләр күтәрелде һәм ошо хаҡта фекер алышыуҙар ҙа башланды. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина ла фекере менән уртаҡлашты.
- Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы уҙып барған йылдың һөҙөмтәләрен барлап, йәмғиәттең күп кенә һорауҙарына яуап рәүешендә ойошторолған сәйәси ваҡиға булды, тип әйтә алабыҙ. Беҙ граждандар институтының ҡатын-ҡыҙҙар мәнфәғәтен яҡлаусы ойошма булараҡ әсәлекте, балалыҡты яҡлауға һәм уларға матди яҡтан киләсәктә лә дәүләт тарафынан ярҙам буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алыуын ыңғай яңылыҡ тип ҡабул иттек. Ил башлығының ҙур һәм татыу ғаилә культын пропагандалау өсөн билдәле шәхестәрҙе, халыҡ лидерҙарын, ижтимағи-йәмәғәт ойошмаларын йәлеп итеү кәрәклеге тураһындағы фекерен хуплайбыҙ. Беҙҙең Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте тарафынан да ғаилә культын пропагандалаусы халҡыбыҙҙың ижадын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын үҫтереү буйынса күп кенә эштәр башҡарыла. Киләсәктә был өлкәлә дәүләт эшмәкәрҙәре лә әүҙем ҡушылһа, йәш быуын өсөн матур өлгө һәм үрнәк буласаҡ, тип ышанабыҙ, - тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.