Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2021, 16:00

Хәүефһеҙлек көн дә кәрәк

Балалар өсөн ойошторолған республика күләмендәге профилактик сараларҙа Баҙал мәктәп-балалар баҡсаһы йыл да ҡатнашып килә.

Хәүефһеҙлек көн дә кәрәк
Хәүефһеҙлек көн дә кәрәк

Тәрбиәселәр, уҡытыусылар балаларға ҡыҙыҡлы һәм фәһемле видеороликтар күрһәттеләр, дәрес-әңгәмә, дәрес-уйын формаһында кисәләр үткәрҙеләр. Уҡыусылар юл хәүефһеҙлеге, билдәләр буйынса юл аша дөрөҫ сығыу, машинала хәүефһеҙлек ҡайышы ни өсөн кәрәк икәнлеге тураһында тағы ла күберәк мәғлүмәт тупланылар. Тәрбиәләнеүсе бәләкәстәребеҙ ҙә юл билдәләре, юлды хәүефһеҙ  аша сығыу ҡағиҙәләрен бик яҡшы үҙләштергәндәр.

             Ата-әсәләр ҙә был саранан ситтә ҡалманылар, онлайн форматта балаларҙың юл хәүефһеҙлеге, уны булдырмау тураһында әңгәмәлә, һүрәт конкурстарында ихлас ҡатнаштылар.

            ЮХХДИ инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Ләйсән Алтыншина менән «Балалар, юлда һаҡ булығыҙ!» темаһы аҫтында осрашыу бик урынлы булды.

          «Һаҡланғанды һаҡлармын” тигән төшөнсәне онотмайыҡ. Юлда иғтибарлы, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп, бәлә-ҡазаһыҙ йөрөргә яҙһын.

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: