Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Бөрйән районындағы бүлексәһенән йыл дауамында район биләмәһендә теркәлгән авариялар тураһында һәм иң хәүефле юл участкалары тураһында һораштыҡ.
2021 йылдың 1 декабренә ҡарата Бөрйән районы биләмәһендә 83 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 2 кеше һәләк булған, 8 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Шулар араһында 5 юл-транспорт ваҡиғаһы иҫерек водитель арҡаһында килеп сыға, унда 1 кеше һәләк була, 4 кеше, улар араһында 1 бала йәрәхәтләнә.
Йәйәүлеләр ҡатнашлығында 2 юл ваҡиғаһы теркәлгән, йәйәүлеләргә беренсе медицина ярҙамы күрһәтелгән, госпитализация кәрәкмәгән.
16 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған балалар ҡатнашлығында 1 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, бала тән йәрәхәттәре алған.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, быйыл Бөрйән юлдарында кешеләрҙең һаулығына зыян килгән юл фажиғәләренең түбәндәге төрҙәре теркәлгән:
- бәрелешеү — 26,
-туҡтап торған транспорт сараһына төкөү – 25,
-ҡаршылыҡтарға төкөү – 4,
- юлдан төшөп китеү — 11,
- түңкәрелеү — 6,
- малдарҙы төкөтөү — 7,
- йәйәүлене төкөтөү — 2
-башҡалары – 2.
Бөрйән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре статистикаһына күҙ һалғанда, күпселек юл-транспорт ваҡиғалары көндөҙгө 14 сәғәттән 15 сәғәткә тиклемге арауыҡта дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәренә тура килә һәм улар йышыраҡ Иҫке Собханғол ауылының үҙәк өлөшөндә теркәлгән. Был эш көндәрендә кешеләрҙең һәм автомобилдәрҙең күп йыйылған ваҡыты менән бәйле.
Бөрйән-Ҡағы трассаһын хәүефһеҙ юлдар исемлегенә индерергә була. Был юлда водителдәр тарафынан тиҙлекте арттырыу, иҫерек килеш руль артына ултырыу, һауа шарттарын иҫәпкә алмау арҡаһында барлыҡҡа килгән авариялар әленән-әле булып тора.
-Юл фәжиғәләрен кисектереү өсөн иң тәү сиратта юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Водителдәргә лә, йәйәүлеләргә лә юлда бик ихтибарлы булыу шарт. Бөтә кеше лә үҙ ғүмере өсөн генә түгел, башҡа кешенең ғүмере өсөн дә яуаплылыҡ алһа ине. Райондаштарыбыҙға имен юлдар теләйбеҙ, - тине ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре.