Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2021, 11:30

ИҒТИБАРЛЫ БУЛЫУ – ХӘҮЕФҺЕҘ ХӘРӘКӘТТЕҢ НИГЕҘЕ

Юл-транспорт фажиғәһен булдырмаҫ өсөн юлда нисек йөрөргә, ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә, үҙеңде нисек тоторға? Ошо һорауҙарға районыбыҙҙың йәш, әммә тәжрибәле водителе, йыл да район күләмендәге мәктәп автобусы шоферҙары араһында уҙғарылған ярыштарҙа призер булған, быйыл ошо ярышта 1–се урын яулаған, республика күләмендәге водителдәр конкурсында «Мәктәп автобусының иң яҡшы йәш водителе» номинацияһында еңеү яулаған Килдеғол мәктәбе водителе Айгиз Миндеғолов яуап бирә.

ИҒТИБАРЛЫ БУЛЫУ – ХӘҮЕФҺЕҘ ХӘРӘКӘТТЕҢ НИГЕҘЕ
ИҒТИБАРЛЫ БУЛЫУ – ХӘҮЕФҺЕҘ ХӘРӘКӘТТЕҢ НИГЕҘЕ

Республикала йыл һайын юл фажиғәләре арта бара. Һуңғы йылдарҙа балалар үлеменең йышайыуы борсоуға һала. 

Статистика буйынса, юл фажиғәләренең үлемесле осрағы сәбәптәре булып юлда водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең юл ҡағиҙәләрен боҙоуы, тиҙлек арттырыу, машиналар араһындағы арауыҡты күҙәтмәү, ҡаршыға килгән машина юлына сығыу, иҫерек килеш руль артына ултырыу тора.

Юл-транспорт фажиғәһен булдырмаҫ өсөн юлда нисек йөрөргә, ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә, үҙеңде нисек тоторға? Ошо һорауҙарға районыбыҙҙың йәш, әммә тәжрибәле водителе, йыл да район күләмендәге мәктәп автобусы шоферҙары араһында уҙғарылған ярыштарҙа призер булған, быйыл ошо ярышта 1–се урын яулаған, республика күләмендәге водителдәр конкурсында «Мәктәп автобусының иң яҡшы йәш водителе» номинацияһында еңеү яулаған Килдеғол мәктәбе водителе Айгиз Миндеғолов яуап бирә:

-Беҙҙең Бөрйән районында юлдарҙың иң ҙур хәүеф тыуҙырған урындары – тауҙарҙыр, тип уйлайым. Уларҙың текә булыуы, бигерәк тә ҡышҡы осорҙа, бөтә булған таһыллығыңды  ҡулланып эш итергә мәжбүр итә. Миңә ҙур тәжрибәле водителебеҙ Йәмил Ҡасимов кәңәштәре менән ярҙам итә, машиналарҙы төҙөк тоторға һәм нисек һәр ваҡыт юлға әҙер булырға икәнлекте лә унан өйрәндем. Ә юл ҡағиҙәләренә килгәндә, уларҙы водителдәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә теүәл үтәргә тейеш. Водителдәргә тиҙлекте самаһынан тыш арттырмаҫҡа, боролоштарҙа, ауылдарҙа, йәйәүлеләр йөрөгән ерҙә тиҙлекте кәметергә, юл тамғаларына иғтибарлы булырға, ниндәй генә кәйефтә булыуығыҙға ҡарамаҫтан ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫҡа кәрәк. Әгәр ҙә ҡатмарлы юл, насар һауа торошо тура килһә, сабыр булырға кәрәк. Шул саҡта ғына юл фажиғәһенә тарымай, имен йөрөргә була.

Мәктәп автобусы шоферҙары үҙҙәренә икеләтә яуаплылыҡ ала – улар балаларҙы йөрөтә. Тимәк, уларға икеләтә иғтибарлы булыу талап ителә.  Юлға сыҡҡанда Аллаһү Тәғәләнән дә ярҙам һорау мөһим, - тине Айгиз Ғәзиз улы.

Водитель түбәндәге мөһим ҡағиҙәләрҙе бер ваҡытта ла онотмаҫҡа саҡыра:

- Тиҙлекте һайлағанда, рөхсәт ителгәндән арттырмаҫҡа кәрәк. Шулай уҡ, юл һәм тәбиғәт шарттарын, тәүлек ваҡытын иҫәпкә алыу мотлаҡ.

- Ҡаршыға килгән машинаның юлына сығыу – иң үлемесле аварияларҙың береһе. Икенсе транспортты уҙып киткәндә, юлдағы хәрәкәткә иғтибар итергә, билдәләр ҡуйылған урындар ғына ҡурҡыныс тип уйларға кәрәкмәй.
Юлдағы алтын ҡағиҙә - ышаныслы булмаһаң, уҙма!
- Арыған йәки иҫерек килеш юлға сыҡмау хәйерле. Арыған кешенең иғтибарлылығы түбәнәйә, юл-хәрәкәте ваҡиғаларына реакцияһы кәмей. Руль артында йоҡлап китеү, иғтибарҙы икенсе нәмәгә йүнәлтеү, йә идара итеүҙе юғалтыу, машинаны ҡаршы юлға алып сыға. Иҫерек килеш руль артына ултырғандарға ҡатыраҡ яза бирер кәрәктер, тип уйлайым.
- Машина менән идара иткәндә телефон аша һөйләшеү ҡаршы килгән автомобиль менән бәрелеү йә юлдан ситкә сығып китеү ихтималлығын барлыҡҡа килтерә. Әгәр мөһим шылтыратыу икән, юл ситенә сығып туҡтау кәрәк.
- Хәүефһеҙлек ҡайышын ҡулланыу авария эҙемтәләрен түбәнәйтә.
Балалар өсөн махсус креслоның булыуы авария мәлендә сабыйҙарҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡала.

- Ҡапыл тиҙлекте арттырыу йә тормозға баҫыу, рулде ҡырҡа икенсе яҡҡа бороу ҙа машинаны юлдан ситкә алып китә. Көтөлмәгән хәлдән водитель юғалып ҡала, тормоз педаленә баҫа һәм шул сәбәпле автомобиль юлдан ситкә китә. Был осраҡта газға баҫмаҫҡа, руль һәм газ педале менән эш итергә кәрәк.

- Юлда машина менән идара иткәндә бөтә иғтибарҙы юлға йүнәлтергә кәрәк. Бер секундҡа ла ситкә ҡарамаҫҡа. Пассажирҙарға боролоп, йә көҙгө аша ҡарау, юл фажиғәһенә килтерергә мөмкин.

- Юлда йәйәүлене күрһәгеҙ, ул хаҡлы булмаған осраҡта ла, уҙғарып ебәреү яҡшыраҡ.
- Тәбиғәт шарттары - томан, ямғыр, боҙлауыҡ, ҡарлы буран юл фажиғәләрен арттыра ғына. Бындай ваҡытта юлға сығыуҙы кисеректреп торорға ла була.

 

(Фотола: А. Миндеғолов водителдәр ярышында күнекмәләр үтәй)

 

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: