-4 °С
Болотло
Нефтекамала уҡыусы мәктәптең тәҙрәһенән ҡолап төшкән. Нефтекама район-ара тәфтиш бүлеге ошо осраҡ буйынса тикшереү башлаған.
Был хәл икен көн элек булған. 14 йәшлек ҡыҙ һигеҙгүҙ һөйәген һындырған.
Тәнәфес ваҡытында ҡыҙ класты елләтәм тип тәҙрәне асҡан, шунан тәҙрә төбөнә ултырған. Ниндәйҙер мәлдә ул тигеҙлеген юғалтып, өсөнсө ҡаттың тәҙрәһенән йығылып төшкән. Уҡыусы дауаханаға оҙатылған
Әлеге ваҡытта суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, ваҡиға сәбәптәре тикшерелә.
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы