Тапшырыуҙа ҡунаҡханаларға, санаторийҙарға, курорттарға һәм ял йорттарына барғанда вакциналау йәки кире ПЦР менән "медотвод" ҡағыҙы кәрәклеге тураһында һөйләнеләр.
Коронавирустың яңы "Омикрон" штамы табылған илдәрҙән килеүселәргә аэропортта бушлай ПЦР-тест яһаясаҡтар. Улар шулай уҡ 14 көнлөк карантин үтергә тейеш.
"Омикрон" арҡаһында Рәсәйҙә ПЦР-тестары 48 сәғәт кенә ғәмәлдә буласаҡ.
Төрлө транспортта сит илдән ҡайтҡан Рәсәй граждандарына ПЦР-тест тапшырыу һәм уны "Дәүләт хеҙмәттәре" аша ебәреү мотлаҡ ҡала.
Башҡортостан "Роспотребнадзор"ы ҡарарына ярашлы, ошо һылтанма буйынса исемлектәге хеҙмәткәрҙәр категорияларына 18 декабргә тиклем вакцинаның икенсе өлөшөн яһатыу мотлаҡ: http://02.rospotrebnadzor.ru/upload/iblock/7d7/16_p1...
30 декабргә тиклем икенсе компонентты ауыл хужалығы, сәнәғәт, төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре ҡабул итергә тейеш. Коллективта вакциналанған кешеләрҙең 80 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш - юғиһә улар эштән ситләтеләсәк.
Республиканың баш санитар табибы Анна Казак белдерә: икенсе илдә йәки төбәктә ял иткәндә кәйеф ҡырылмаһын өсөн алдан прививка яһатырға һәм вакциналау тураһында QR-код/сертификат алырға кәрәк.