-5 °С
Болотло
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт прокуратураға һәм Тәфтиш комитетына тапшырыу өсөн вакцинацияға ҡаршы булғандар хаҡында мәғлүмәт йыя башланы. Ведомство белгестәре социаль селтәрҙәрҙе һәм киң мәғлүмәт сараларын тикшерә. Тәү сиратта вакцинаға ҡаршы булғандарға, шул иҫәптән медиктарға иғтибар итәләр, тип хәбәр итте РИА Новости.
«Бирелгән ғаризалар һанын Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең территориаль органдары тапшырған мәғлүмәтте тикшергәндән һуң иғлан итербеҙ», — тиелә хәбәрҙә.