+2 °С
Ҡар
Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2019 йылдың декабренән 2021 йылдың апреленә тиклем ул медицина тикшереүен үтеү тураһында ялған медицина белешмәләрен эшләп һатҡан. Документтар алыҫ Себер райондарында машиналар менән менән идара итеүгә рөхсәт һәм водитель таныҡлығы алыу өсөн кәрәк булған.
Ул бөтәһе 30 ялған белешмә әҙерләгән. Уларҙың хаҡы 500 һумдан алып 2 мең һумға тиклем тәшкил иткән. Хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен таныған.
Суд уны 1 йыл да 6 айға иркенән сикләгән. Әле хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән.