Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2021, 15:55

Төнгө юл - хәүеф сығанағы

Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе етерлек кимәлдә яҡтылыҡтың булмауы сәбәпле килеп сыға.

Төнгө юл - хәүеф сығанағы
Төнгө юл - хәүеф сығанағы

- Йәйәүлеләрҙең, велосипедта йөрөүселәрҙең һәм башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элемент (фликер) йөрөтөүҙәре ҡараңғы ваҡыттарҙа аварияларҙы булдырмауҙың мөһим ысулы.

Автомобиль яҡынға яҡтыртыусы фара менән сәғәтенә 40 саҡрым тиҙлек менән хәрәкәт иткәндә водитель йәйәүлене (кейемендә йәки әйберендә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар булмаһа) 25 метрҙан ғына күрә. Водитель объектты күргәндән һуң ҡарар ҡабул иткәнсе ваҡыт үтә, ә автомобиль тормоз юлын үтеп өлгөрә. Шулай итеп, әкрен килгән автомобилдән дә зыян күреүегеҙ ихтимал. Ә кеше фликер таҡһа, ул 150 метрҙан күренә.

Фликерҙарҙы юл өҫтөнән 80 сантиметрҙан 1 метрға тиклемге бейеклектә тағырға кәңәш ителә. Кейемгә йәки сумкаға тағылған 7 сантиметрҙан да бәләкәй булмаған тура һыҙатлы фликерҙар айырыуса нығыраҡ күренә. Ә иң яҡшыһы  - төрлө формалағы һәм размерҙағы бер нисә яҡтылыҡты сағылдырыусы билдәләр ҡулланыу.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында юл аша сыҡҡанда, юл ситенән хәрәкәт иткәндә, йәиһә күреү шарттары насар булғанда йәйәүлеләргә яҡтыртҡыс ҡайтарыусы элементтар йөрөтөргә тәҡдим ителә. Ә ҡала ситендә булғанда фликерҙарҙы күренерлек итеп йөрөтөүҙең мотлаҡ икәнен иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: