Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2021, 15:05

Пермдә «Ата-бабаларҙың алтын китабы» аллеяһы асылды

Пермь крайының Барҙа районында тарихи ваҡиға булды: тантаналы рәүештә «Ата-бабаларҙың алтын китабы» аллеяһы асылды. Аллея Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының «Ғәйнәләр: минең халҡым, телем, тарихым ата-бабаларҙан ҡалған алтын китаптарҙа» тигән проекты, Пермь крайы губернаторы хакимиәте ярҙамында, шулай уҡ Башҡортостан Башлығы һәм Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранттары иҫәбенә булдырылған. Был дүрт арт-объектта данлыҡлы Ғәйнә башҡорттарының — Туҡтамыш Ижбулатовтың, Исмәғил Тасимовтың, Ғәйнә башҡорттары араһынан Салауат Юлаевтың һигеҙ полковнигының, шулай уҡ ғәйнәләрҙән тупланып, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан 20 полктың тарихы сағылдырыла

Пермдә «Ата-бабаларҙың алтын китабы» аллеяһы асылды
Пермдә «Ата-бабаларҙың алтын китабы» аллеяһы асылды

Пермь крайының Барҙа районында тарихи ваҡиға булды: тантаналы рәүештә «Ата-бабаларҙың алтын китабы» аллеяһы асылды. Ул китаптарҙың арт-объекттарынан хасил, Ғәйнә башҡорттарына бағышланған тарихи монументаль комплекстың дауамы булып тора. Сарала республикабыҙҙан рәсми ҡунаҡтар — Пермь крайы губернаторы Хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре, тарихсылар ҡатнашты. Шулай уҡ Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, йәмәғәтселәр, Барҙа ауылы халҡы булды. Майҙанға урындағы ошо милли ойошманың тирмәһе ҡуйылғайны.

Аллея Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының «Ғәйнәләр: минең халҡым, телем, тарихым ата-бабаларҙан ҡалған алтын китаптарҙа» тигән проекты, Пермь крайы губернаторы хакимиәте ярҙамында, шулай уҡ Башҡортостан Башлығы һәм Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранттары иҫәбенә булдырылған. Был дүрт арт-объектта данлыҡлы Ғәйнә башҡорттарының — Туҡтамыш Ижбулатовтың, Исмәғил Тасимовтың, Ғәйнә башҡорттары араһынан Салауат Юлаевтың һигеҙ полковнигының, шулай уҡ ғәйнәләрҙән тупланып, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан 20 полктың тарихы сағылдырыла.

Һис һүҙһеҙ, был ырыуҙың сағыу вәкилдәренең береһе — Исмәғил Тасимов. Йөҙ йыл элек шул ваҡыттағы тау донъяһын хайран ҡалдыра ҡыйыу башҡорт. Ул Екатерина Икенсегә тау заводтарына квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн кадет корпустары тибындағы училище булдырыуҙы һорап яҙа. Мөрәжәғәт ҡәнәғәтләндерелә. Екатерина Икенсе Рәсәй тарихында тәүге техник уҡыу йортон — Тау училищеһын асыу тураһында указға ҡул ҡуя. Әлеге ваҡытта ул — Г.В. Плеханов исемендәге Санкт-Петербург тау академияһы исемен йөрөтә.

Ғәйнәләрҙән бихисап билдәле шәхес, халыҡ геройҙары сыҡҡан. 1812 йылғы Ватан һуғышында был ырыуҙың 13 башҡорто хәрби ҡаҙаныштары өсөн «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы менән наградланған. Социаль ғәҙеллекте һаҡлау мәнфәғәтендә ғәйнәләр әллә күпме тапҡыр ихтилалға күтәрелгән. Мәҫәлән, Пугачев яуында туғыҙ полковник, ете атаман һәм 16 поход старшинаһы тап ошо ҡеүәтле ырыуҙан булған. Шул замандың тағы бер күренекле вәкиле — Туҡтамыш Ижбулатов. Ул егерме йыл дауамында Ғәйнә волосы старшинаһы бурысын атҡарған, Уложенный комиссия депутаты, Уралда эре руда сәнәғәтсеһе булған.

Бөгөнгө тантаналы сарала һәр китаптың арт-объекты янында урындағы Ғәйнә башҡорттарының сығышы ойошторолдо. «Был мөһим эштең Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылында тормошҡа ашырылыуы ла әһәмиәтле. Ғөмүмән, һәммәбеҙ ҙә тарихыбыҙҙы белергә, өйрәнергә, һаҡларға бурыслыбыҙ. Был — беҙҙең йәшәйешебеҙҙең нигеҙе», — тип билдәләне урындағы милли ойошма рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.

Байрам уңайынан Барҙала «Ғәйнә башҡортлары ашлары» тип аталған аш-һыу күргәҙмәһе ойошторолған. Шулай уҡ «Ғәйнәләр: минең халҡым, телем, тарихым ата-бабаларҙан ҡалған алтын китаптарҙа» проектына ярашлы, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында ошо уҡ исемдәге брошюра сығарылған. Унан тыш, урындағы башҡорттар ҡоролтайы тарафынан ошо баҫмалағы рецептар буйынса аш-һыу әҙерләүгә конкурс та иғлан ителгән булған, бөгөн иһә аш-һыу күргәҙмәһендә уға йомғаҡ яһалды һәм «Бала саҡ тәме», «Беҙҙең өләсәйҙәр бешергән тәмлекәстәр», «Ғәйнә башҡорттарының онотолған аш-һыуҙары», «Ғәйнә башҡорттарының бренд булған ризыҡтары», «Иң үҙенсәлекле, күркәм ризыҡ», «Иң шәп кулинар» тигән биш номинация буйынса еңеүселәр иғлан ителде.

Пермдә «Ата-бабаларҙың алтын китабы» аллеяһы асылды
Пермдә «Ата-бабаларҙың алтын китабы» аллеяһы асылды
Пермдә «Ата-бабаларҙың алтын китабы» аллеяһы асылды
Автор:
Читайте нас: