Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь 2021, 17:15

Ильяс Рәхмәтуллин кем ул?

Редакцияға "Нәби ауылында Ильяс Рәхмәтуллин тигән урам бар, ләкин күптәр уның кем икәнен белмәй", тигән һорау менән мөрәжәғәт иттеләр. Нәби ауылы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы һәм Нәби ауылы аҡһаҡалы ошондай яуаптар бирҙе...

Ильяс Рәхмәтуллин кем ул?
Ильяс Рәхмәтуллин кем ул?

ЯУАП: Рөстәм Теләүбаев , Нәби мәктәбенең тарих уҡытыусыһы:

-Ильяс Рысмөхәмәт улы Рәхмәтуллин 1909 йылда Нәби ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 1944 йылдың 6 февралендә батырҙарса һәләк була. Белоруссияла Витебск өлкәһенең Городок районындағы Бәләкәй Рубин ауылында ерләнгән. Был мәғлүмәттәр «Хәтер» китабында һәм «Халыҡ хәтере» порталында бар.

 

Дәүләтбай Рәхмәтуллин, Нәби ауылы аҡһаҡалы:

-Ильяс Рәхмәтуллин минең атайымдың ике туған ҡустыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1943 йылда яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн уға ҙур награда йәки 22 көнгә тыуған яғына ҡайтып килеү мөмкинлеге тәҡдим итәләр, имеш, тип һөйләгәндәре хәтерҙә. Ул ҡайтырға була. Ҡайтҡас, ауырый. Имтом менән тәрбиәләүсе Ғәйниямал тигән инәй уны ҡарап, йөрәге тайған, тип әйтә һәм ҡот ҡойоп, йөрәген урынына ултырта. Шулай шәбәйеп, кире һуғышҡа китә. Бер аҙҙан «батырҙарса һәләк булды», тигән хәбәре килеп төшә. Беҙҙең ауылда батырҙарса һәләк булған кешеләр күп түгел. Нәби ауылында йылғаның һул яҡ ярында урынлашҡан урамға исем һайлаған ваҡытта Ильяс Рәхмәтуллин исемен мин тәҡдим иттем. Хупланылар, хәҙер урам шулай атала. Уның 1942 йылғы Сөнәғәт исемле бер бөртөк малайы бар ине, армияға киткәс, ғәйеп булды. Уның тураһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер мәғлүмәт тә юҡ.

Автор:Гулиза Хафизова
Теги:хәтер
Читайте нас: