Йәмғиәт
10 Ноября 2021, 05:22

Башҡортостан Башлығының коронавирусҡа ҡаршы указы үҙгәртелде

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» режимы тураһында указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе. Документтан күренеүенсә, 10 ноябрҙән яңы сикләүҙәр ғәмәлгә индерелә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Башлығының коронавирусҡа ҡаршы указы үҙгәртелдеБашҡортостан Башлығының коронавирусҡа ҡаршы указы үҙгәртелде
Башҡортостан Башлығының коронавирусҡа ҡаршы указы үҙгәртелде

Атап әйткәндә, хәҙер ҙур сауҙа майҙандарына (1000 квадрат метрҙан ашыу) барғанда вакцинация тураһында сертификатты, сирҙе үткәреү йәки ПЦР-тест менән медицина күрһәтмәһе хаҡында белешмәне күрһәтеү мотлаҡ. 

Алдан хәбәр ителгәнсә, 1 декабрҙән шифахана-курорт ойошмаларына, профилакторийҙарға, пансионаттарға һәм ял йорттарына урынлашҡанда ошондай уҡ документтарҙы күрһәтергә кәрәк.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-11-10/bash-ortostan-bashly-yny-koronavirus-a-arshy-ukazy-g-rtelde-2577140

Автор: