Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2021, 10:05

Башҡортостанда йәмәғәт урындарына барғанда ПЦР-тестарҙы күрһәтеү ғәмәлдән сығарылды

Сауҙа үҙәктәренә, матурлыҡ салондарына, бассейндарға, фитнес-үҙәктәргә, музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға ковидтан прививка тураһында сертификат йәки ярты йыл эсендә коронавирус менән сирләү хаҡында белешмә менән генә инергә мөмкин.Шул уҡ ваҡытта пациенттарҙы дауаханаға һалғанда ПЦР-тест үтеү тураһында белешмә ғәмәлдә була.

Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ПЦР хаҡында белешмәләрҙән баш тартыуҙың нимәгә бәйле булыуын аңлатты. Уның һүҙҙәренсә, вакцинация – коллектив иммунитет булдырыуҙың берҙән-бер ысулы. Ул шулай уҡ ҡала һәм район башлыҡтарына «халыҡҡа һәм ҙур предприятиеларҙың етәкселәренә санитар-эпидемиологик талаптарҙың асылын яҡшылап аңлатыу» үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Башҡортостанда йәмәғәт урындарына барғанда ПЦР-тестарҙы күрһәтеү ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостанда йәмәғәт урындарына барғанда ПЦР-тестарҙы күрһәтеү ғәмәлдән сығарылды
Автор:Источник: http://www.bashinform.ru/news/
Читайте нас: