Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2021, 14:40

"Иғтибар - балалар!"

Ошо исем аҫтында 25 октябрҙән ЮХХДИ һәм мәғариф ойошмалары юлдарҙа балалар травматизмын иҫкәртеү буйынса саралар үткәрә.

"Иғтибар - балалар!"
"Иғтибар - балалар!"

Быйыл 9 айҙа республикала балалар ҡатнашлығында 377 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Үкенескә ҡаршы, 16 бала үлгән, 420-һе йәрәхәтләнгән. 163 аварияла балалар пассажир булған - 14 үлем, 198 йәрәхәт теркәлгән. 8 аварияла хәүефһеҙлек ҡайышһыҙ йәки ултырғысһыҙ булған өсөн ике бала үлгән.

Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән балиғ булмағандар эше буйынса инспекторҙар рейдтар үткәрәсәк. Мәктәптәрҙә уҡытыусылар юл хәүефһеҙлеге буйынса саралар үткәрәсәк. Хоҡуҡ һаҡлаусылар транспортта балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен тикшерәсәк.

Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, тематик конкурс-акциялар онлайн режимда уҙасаҡ. Саралар нобрҙә тамамланасаҡ.

Автор:
Читайте нас: