Иҫләүегеҙсә 4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларына инеү өсөн сикләүҙәр индерелгәйне. 12 октябрҙән был исемлеккә сауҙа үҙәктәре, шәхси музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, кинотеатрҙар, концерт залдары өҫтәлде һәм ошо көндән прививка тураһында сертификатһыҙ йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмәһеҙ ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала яны поезына билет һатып алып булмай.
18 октябрҙән сикләү саралары матурлыҡ салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, ресторан-кафеларға (әгәр унда 50-нән ашыу урын булһа) ҡағыла.
Сикләүҙәрҙе күҙәтеү буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары В.Вәлиева һәм И. Галин ҡатнашлығында сираттағы рейд үткәрелде. Район үҙәгендәге халыҡ күпләп йыйылған 6 сауҙа нөктәһе һәм матурлыҡ салоны тикшерелде. Рейд барышында битлек режимын күҙәтеү, антисептиктар ҡулланыу, вакцина яһатыу сертификаттары һ.б. тикшерелде. Рейдты ойоштороусылар сауҙа үҙәге, матурлыҡ салондары етәкселәрен, һатыусыларҙы Башҡортостан Башлығының яңы сикләүҙәре тураһындағы Указы менән таныштырҙы.
“Уйынсыҡтар”, «Мегафон», «У Сергея», «Табыш», «Айгөл», «Билайн» магазиндары һәм керпек үҫтереү салоны тикшерелеп, етешһеҙлектәр асыҡланды, 1 иҫкәртеү протоколы төҙөлдө.
3 магазинда һатыусыларҙың битлекһеҙ тороуы, 1 магазинда дезинфекция сараһы булмауы асыҡланды. Һатыусылар араһында вакцина эшләтмәүселәр байтаҡ. Һатып алыусылар араһында ла битлекһеҙ йөрөгәндәр бар.
Рейдтарҙың маҡсаты кемгәлер штраф һалыу түгел. Сауҙа эшен алып барыусылар ҙа, халыҡ та был сикләүҙәрҙең коронавирустан һаҡланыу, был мәкерле ауырыуҙың ныҡлап таралыуын туҡтатыу өсөн индерелгәнен аңларға, үҙен-үҙе һаҡлап өйрәнергә тейеш. Бындай рейдтар даими рәүештә үткәрелеп барасаҡ, - тине рейдты ойоштороусылар.