Был турала дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, 1,269 миллион кеше вакцинаның беренсе компонентын ҡаҙатҡан йәки алынған вакцинанан 72,1 процент. Ә 1,160 миллион кеше өсөн вакцинация тулыһынса тамамланған, был Башҡортостанға килтерелгән вакцинаның 65 процентын тәшкил итә.
«Республикала 203 вакцинация пункты асылған. Бөтәһе лә штат режимында эшләй. Вакциналар бар», — тине Азат Рәхмәтуллин.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 27 сентябргә республикала 65,6 меңдән ашыу сирле асыҡланған. Һуңғы аҙнала 2 806 кеше коронавирус йоҡторған, был уҙған аҙнаға ҡарағанда 27,2% күберәк.
Хәҙерге көндә Башҡортостанда — Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ике ҙур инфекция үҙәге эшләй. Икеһе лә пациенттар менән тулған. Шуға күрә республикала 770 урынлыҡ тағы дүрт ковид-госпиталь асыу планлаштырыла.