Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2021, 15:45

Бергә-бергә еңелерәк шул

Ағиҙел биҫтәһендә йәшәүсе Ғәзизйән бабай менән Гөлнәзирә инәй 16 йыл бергә йәшәйҙәр. Олоғайған көндә үҙ кешеңде табыу, сөкөрҙәшеп сәйҙәр эсеү, хәтирәләргә бирелеп, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс хәлдәрҙе иҫләп ултырыу - үҙе бер ғүмерҙер.

Бергә-бергә еңелерәк шул
Бергә-бергә еңелерәк шул

Ағиҙел биҫтәһендә йәшәүсе Ғәзизйән бабай менән Гөлнәзирә инәй 16 йыл бергә йәшәйҙәр. Олоғайған көндә үҙ кешеңде табыу, сөкөрҙәшеп сәйҙәр эсеү, хәтирәләргә бирелеп, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс хәлдәрҙе иҫләп ултырыу - үҙе бер ғүмерҙер.

-Ҡартайғанда бабайға барҙым бит, - тип көлә инәй. - Балаларымдың атайҙары иртә китеп барҙы, 5 балам менән яңғыҙ ҡалдым. Иң олоһо 10-да уҡый, бәләкәсенә йәш тә 10 ай ине. Балаларымды тәрбиәләп үҫтереп, барыһына ла юғары белем алырға ярҙам иттем, башлы-күҙле итеп, ейән-ейәнсәрҙәремде 2-3 йәштәре тулғансы көтөшөп ҙурайттым. Һәммәһенең дә эше бар. Донъя булғас, төрлөһө булды инде, кейәүҙәремде лә ерләргә тура килде. Үҙем өсөн йәшәргә ваҡыт булдымы икән, был турала уйлағаным да юҡ икән, - ти Гөлнәзирә инәй.
83 йәштәрен ҡыуған инәй менән бабай бал ҡорттары көтәләр. Үҙҙәренә генә кәрәклеһен сәсеп, баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт тоталар.


-Ишек алдына сәскәһен дә юл ыңғайы булһа ла һибеп ебәрәбеҙ. Йәйҙең, көндөң үткәнен дә һиҙмәй ҡалабыҙ, уңарсы көҙ ҙә етә. Исмаһам, урманға барып, бер баҡырса сәй ҙә эсмәй ҡалабыҙ ҡай саҡ. Балды һатырға ынтылып тормайбыҙ, үҙебеҙгә, балаларға етеп ҡала. Донъя көтөргә тырышабыҙ инде, бер ҙә артта ҡалғы килмәй. Әллә иртә тыуғанбыҙ, әллә һуңлағанбыҙ, тип уйлап ҡуям бәғзе саҡ - йәшәп өлгөрөп булмай. Йәшәй белгән кешегә донъя матур хәҙер. Беҙ ҙә өр-яңынан донъя йыйып, йәшәп ятабыҙ әле, - тиҙәр һәр көндөң ҡәҙерен белеп, йәшәп ҡалырға тырышҡан инәй менән бабай.


Әңгәмә барышында инәй менән бабайҙың күптән түгел генә хәүефле сир менән ауырып алғандары билгеле булды.
Инәй быуындары һыҙлап йонсотҡас, дауаханаға система алырға йөрөгән.


-10 көн йөрөнөм. Әллә шунда эләктерҙемме, белмәйем, кеше лә күп түгел ине. Әммә системаны алып та бөттөм, июлдә ауырып та киттек. Ҡатын-ҡыҙ сыҙамлыраҡ була бит, берәү ятҡас, икенсеңә йөрөргә кәрәк. Хәл хөртәйә башлағас, тиҙ ярҙам саҡырттыҡ. Бер аҙна тирәһе укол һалдырып өйҙә дауаландыҡ. Шәфҡәт туташы Мәйсәрә көн-төн тип торманы, яҡшы ҡараны. Мин үҙемде үҙем ҡеүәтләп бирешмәҫкә тырыштым. Бер көн температура булды ла бөттө. Бабай тик һыу ғына эсеп ятты, йүткерә, йоҡлай алмай, ҡан баҫымы 200-ҙән төшмәй башлағас, 2-3 көн юғары тән температураһы булғас, бабайҙы Белоретҡа тикшереүгә алып китергә булдылар. Унда ковид диагнозы ҡуйып, һалып та ҡуйҙылар, - тип ауырып китеү тарихын бәйән итте Гөлнәзирә инәй.


-Унда барып ятырға Хоҙай ҡушмаһын, прививка яһатмағандарға бигерәк ҡыйын, саҡ тын алып яталар. Ҡайһы берҙәре үпкәне яһалма елләтеү аппаратында. Эй, йәлләйем үҙҙәрен, 1 грамм ризыҡ та ашай алмайҙар. Кешеләр ябығып бөтәләр икән, ҡурай һымаҡ ҡына булып ҡалғандар. Йәштәр ауырыһа ла, еңелерәк кисерәләрме инде - бер егет ятты, үҙе кәүҙәгә елле генә, ашай ҙа, эсә лә, ҡашҡылдап йүткерә, шул уҡ ваҡытта компьютерында эшен дә эшләй, кем менәндер һөйләшә - нимә генә ҡыланмай. Ҡайһы берҙәренең туған-тыумасаһы, ҡарарға кешеләре лә юҡ, медиктар үҙҙәре өлгөрә алмайҙар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, табиптар һәйбәт ҡарайҙар.


Мине Дилә ҡыҙым тәрбиәләште, ул да ятты. Бергәләшеп ҡайттыҡ. Ҡайтҡаныма өс көн генә. 6 көн дауаландым. Шөкөр, аппетит барлыҡҡа килде, ашай башланым. Улайһа ауыҙҙан насар еҫ килеп, шул аппетитты юғалта ине. Хәҙер 2 аҙна дарыуҙар эсеп ятырға кәрәк, мунса төшөргә ярамай, тинеләр.


Йәштәр ҙә хәҙер йыш ауырый, балаларҙың сирләүе бигерәк аяныс. Ауырыуҙы йоҡторһаҡ та, прививка эшләткәс, еңелерәк кисерҙек. Февраль-март айҙарында уҡ яһатҡайныҡ, һәйбәт үткәрҙек. Прививка эшләтмәгәндәр китеп барҙылар. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын, тигән бит. Прививка мотлаҡ кәрәк! Кешегә ныҡлап әйтеү, аңлатыу мөһим. Күп кеше һалдырһа ғына ауырыу кәмейәсәк. Һаҡланығыҙ! – тип беҙҙе лә иҫкәртте оҙаҡ йылдар милиция органдарында хеҙмәт иткән Ғәзизйән Ҡыуандыҡов.


-Дауахананан ҡайтып инде, күҙ алдында әйтерһең, тере мәйет. Ҡапҡа төбөндә торған туғандары менән дә күрешмәне, ҡапҡаны биклә, тип инеп китте. Әле яңы ашап, нығына башланы, кеше төҫө инде, шөкөр, - ти инәй.


Бабайға ысынлап та, хәл кергән, әбейе менән шаярып ҡына һөйләшәләр, көлөшәләр. Уларҙың ауырыуҙы еңеп, шундай позитив булып ҡалыуҙарына һоҡландыҡ.
-Бөрйәнгә меңләгән турист килә, яҡындағы “утрау”ға ла урынлашалар, бөтә ҡый-һайҙарын ташлап китәләр, бәҙрәфтәр юҡ. Һыйырҙарҙың аяҡ аҫтында яталар. Хәҙер юллама тигән нәмә юҡ, кем, ҡайҙан килгәнен дә белмәҫһең. Ана, шуларҙы тәртипкә һалып булмаймы икән ни? Туристар Бөрйән буйлап йөрөйҙәр, магазиндарға инәләр, битлек, бирсәткә кейеү юҡ, - тип зарлана инәй менән бабай.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: