Ҡыҫҡаса
22 Января , 06:09

Кескәйҙәргә юл хәүефһеҙлеге тураһында

21 ғинуарҙа райондың барлыҡ мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса берҙәм көн үтте.

Кескәйҙәргә юл хәүефһеҙлеге тураһындаКескәйҙәргә юл хәүефһеҙлеге тураһында
Кескәйҙәргә юл хәүефһеҙлеге тураһында

Айырым иғтибар иң кескәйҙәргә бирелде. Иҫке Собханғол төп дөйөм белем биреү мәктәбенең мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә Бөрйән эске эштәр бүлексәһе инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Ләйсән Алтыншина менән берлектә тематик сара уҙҙы. Унда юл аша үткән һәм хәрәкәт иткән осраҡта үтәлергә тейешле ҡағиҙәләр тураһында һүҙ барҙы. Мауыҡтырғыс сара ваҡытында кескәйҙәр бик күп файҙалы мәғлүмәт алды.

Кескәйҙәргә юл хәүефһеҙлеге тураһында
Кескәйҙәргә юл хәүефһеҙлеге тураһында
Кескәйҙәргә юл хәүефһеҙлеге тураһында
Кескәйҙәргә юл хәүефһеҙлеге тураһында
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас