Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
28 Июнь , 12:20

Умартасыға кәңәштәр

Умартасы ҡулдарына, битенә мелисса үләне (инә ҡорт үләне) һутын һөртһә, бал ҡорттары уны тыныс ҡаршы ала. Был үләнде ҡорттар күс айырғанда ҡулланһаң, күсте теләгән урынға ҡундырырға мөмкин.

Умартасыға кәңәштәр
Умартасыға кәңәштәр

Буялмаған умартала бал ҡорто һәйбәтерәк үрсей. Бындай умарта ҡояшта ныҡ йылынып бармай һәм унда һауа яҡшыраҡ алмашына.

Күреккә һалып яндырыу өсөн сөрөктө алдан әҙерләргә кәрәк. Ул ҡоро булырға тейеш. Уны ҡарама, тал, уҫаҡ, имән, ерек һәм башҡа ағастарҙан әҙерләргә мөмкин. Имән ағасында һәм башҡа ағастарҙа үҫкән бәшмәктәрҙе файҙаланһаң, улар оҙағыраҡ яна. 

Бал ҡорто ғаиләләрен ҡарағанда аҡ халат йәки кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән кейемдә эшләргә кәрәк. Йөн туҡыманан тегелгән кейем һәм ҡара халат ҡорттарҙы борсой. 

 

Автор:И. Шафиҡов
Читайте нас: