Ватан һағында
18 Июня , 11:04

“Күпме техника ебәрһәк тә артыҡ булмай”

МХО-ла хеҙмәт итеүсе егеттәрҙең һорауы буйынса райондан тағы ла 5 техника әҙерләнә. Әлеге ваҡытта уларҙың өсәүһе төҙөкләндерелгән, техник күҙәтеү нормаларына яраҡлаштырылған. Шуныһы ҡыуаныслы, изге эшкә ихлас ҡушылған ир-уҙамандар бар.

“Күпме техника ебәрһәк тә артыҡ булмай”“Күпме техника ебәрһәк тә артыҡ булмай”
“Күпме техника ебәрһәк тә артыҡ булмай”

Оҙатыласаҡ автомашиналарҙың берәүһен Иҫке Монасиптан Хәнәфи Атауллин улы Айсыуаҡ менән ремонтлап биргән. Әйткәндәй, улар үҙҙәре генә МХО-ға  бишенсе техниканы рәткә килтереп оҙатҡан.

Был йәһәттән Байназар егеттәре лә әүҙем. Әле улар Артур Һағынбаев һәм Тимур Ишбулатов етәкселегендә Нива автомашинаһын төҙөкләндергән. Буяу эшен Фаил Шаһивалиев үҙ өҫтөнә алған.

Тимер ауылынан килгән ВАЗ-2107 автомашинаһын ремонтлау эштәрен Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы егеттәре башҡарһа, Ҡолғананан Сәйәх Ғәйетбаев тапшырған ВАЗ 2131 автомашинаһын Данир Муллағәлиевтың бригадаһы төҙөкләндерә.

-Техникалар ирекмәндәр йыйған аҡсаға һатып алына. Бында бөтә район халҡының да өлөшө бар тип әйтерлек. Әле тағы бер фургон УАЗ автомашинаһын ремонтлау талап ителә. Ул эштәрҙе башҡара алырҙай егеттәрҙе эҙләйбеҙ. Шулай уҡ яңы ғына МХО-нан сәләм килде, егеттәр тағы бер Нива һәм ВАЗ автомашиналары ебәреүебеҙҙе һорай. Әгәр ҙә райондаштарыбыҙ араһында техникалар менән ярҙам итерҙәй кешеләр булһа, бәйләнешкә сыҡһалар ине, - ти район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев.

 

Б. Тимерғәлиев фотолары

 

“Күпме техника ебәрһәк тә артыҡ булмай”
“Күпме техника ебәрһәк тә артыҡ булмай”
“Күпме техника ебәрһәк тә артыҡ булмай”
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас