

Быға тиклем пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары башҡа подразделениеларға ҡараһа, хәҙер инде был үҙаллы ғәскәр төрө. Унда юғары квалификациялы белгестәр – утлы ҡорал менән түгел, ә дрондар менән оҫта ҡулланыусылар хеҙмәт итә. Бөгөн был ғәскәргә операторҙар йыйыу дауам итә.
Пилотһыҙ ғәскәр системаһында хеҙмәт итергә теләүселәр барлыҡ түләүҙәрҙе һәм социаль гарантияларҙы тулыһынса ала, әммә айырым өҫтөнлөктәр ҙә ҡаралған. Әгәр һин – Рәсәй гражданы һәм 18-ҙән 45-кә тиклем йәштә булып, һаулығың буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы икәнһең, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә була.
Пилотһыҙ системалар ғәскәре яугиры булғандар 1,4 миллион һум аҡса алыу һәм тотош ғаилә өсөн 50-гә яҡын ташламанан файҙалана ала.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре бихисап. Мәҫәлән, операторҙар өсөн хәүефһеҙлектең иң юғары кимәле тәьмин ителә. Улар хәрби бәрелеш урындарынан алыҫта хеҙмәт итә. Шулай уҡ Оборона министрлығы хеҙмәт үҙенсәлектәренә нығыраҡ төшөнөү өсөн бер йыллыҡ контракт төҙөргә тәҡдим итә. Контрактҡа ярашлы, хәрбиҙе пилотһыҙ осоусы аппарат менән идара итеүгә бәйле икенсе һөнәргә йәки ғәскәргә күсереү мөмкин түгел. Улар ҡануниәт менән ҡаралған барлыҡ түләүҙәр, ташламалар һәм социаль гарантиялар менән файҙалана.
“Геймер тәжрибәһе” йәки радиосамолетҡа, дронға идара итеү, “VR”ҙы файҙаланыу тәжрибәһе булғандар, пилотһыҙ һауа судноларына идара итеү тураһындағы уҡыуға сертификаты, танытмаһы булғандар алына. Ә ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителгәндәр хеҙмәткә алынмай, башҡа төрлө хөкөмдәр тураһындағы ҡарар шәхсән рәүештә хәл ителә.
Студенттарға ла айырым шарттар ҡаралған. Әйтәйек, теләүселәр академик ял алып контракт төҙөй ала. Хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң инде бюджетта уҡыуын дауам итәсәктәр. Хеҙмәт иткәндә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшеүселәргә 50 мең һумдан 500 мең һумғаса түләүҙәр ҡаралған.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән 122 номерына шылтыратып танышырға мөмкин йәки Белорет һәм Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссариатына йәки +7917-453-78-03, +7937-306-58-87, +7917-040-90-56, +7937-351-16-73 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, никахҡа инеү һәм балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары (булғанда), белем алыу тураһындағы документтар кәрәк.