Ватан һағында
10 Апреля , 06:03

Бындай осрашыуҙар ысын батырлыҡ һәм илһөйәрлек дәрестәре булып тора

7 апрелдә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол ауылындағы филиалының 12-се һәм 11-се төркөм балалары өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, ошо уҡыу йортон тамамлаған Мөхәмәтйәнов Рәмил Ринат улы менән осрашыу үтте.

Бындай осрашыуҙар ысын батырлыҡ һәм илһөйәрлек дәрестәре булып тораБындай осрашыуҙар ысын батырлыҡ һәм илһөйәрлек дәрестәре булып тора
Бындай осрашыуҙар ысын батырлыҡ һәм илһөйәрлек дәрестәре булып тора

Рәмил Ринат улы махсус хәрби операция биләмәһендәге хәрби хеҙмәте, наградалары, көн һайын осраған һынауҙар шарттарында яраланыуы һәм МХО яугирына мөһим булған сифаттар тураһында һөйләне:

-Былар батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ, һалҡын ҡанлылыҡ, паникаға бирешмәү һәләте. Ил һаҡсыһының физик әҙерлеге ҙур роль уйнай, сөнки ҡуйылған хәрби бурысты үтәү өсөн ҙур ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тура килә, -тине хәрби хеҙмәткәр.

Осрашыу йәнле әңгәмә форматында үтте. Яугир уҡыусыларға яҡшы уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә, үҙендә көслө характер үҫтерергә һәм үҙеңә маҡсаттар ҡуйып, уларға өлгәшә белергә кәңәш бирҙе.

Филиал етәкселеге махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы Рәмил Ринат улына уҡыусылар менән ышаныслы һәм ихлас һөйләшеү өсөн рәхмәт белдерҙе. Бындай осрашыуҙар ысын батырлыҡ һәм патриотизм дәрестәре булып тора һәм үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү өсөн бик мөһим, тип һанай улар.

Автор:
Читайте нас