Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
3 Март , 17:03

Ни өсөн замандаштарыбыҙ БПЛА хеҙмәтен һайлай?

Бөгөн армия үҙгәрә, һәм алғы һыҙыҡҡа йәйәүле ғәскәр һәм танктар ғына түгел, ә юғары технологиялар ҙа сыға. БПЛА ғәскәрендә хеҙмәт итеү – илде һаҡлау, шулуҡ ваҡытта техник үҫештең алғы сафында ҡалыу мөмкинлеге. Был киләсәккә ҡараған, гаджеттар менән дуҫ булған, үҙ оҫталыҡтары максималь һөҙөмтә килтерһен тиеүселәрҙең һайлауы.

Ни өсөн замандаштарыбыҙ БПЛА хеҙмәтен һайлай?
Ни өсөн замандаштарыбыҙ БПЛА хеҙмәтен һайлай?

1. Һинең ҡиммәтең мускулдарҙа түгел, аҡылда. Бында көс кәрәк түгел. Эш биреүсе киң фекерләүсе, кадрҙы тойған һәм аэродинамиканы аңлау һәләтебулған егеттәрҙе эҙләй. Һинең геймерлыҡ тәжрибәң, VR менән эшләү күнекмәләрең йәки бала саҡта осҡос-дрон менән идара итеү – был хобби түгел,ә һөнәри яраҡлыҡ.

2. Ҡурҡыныс булмаған урында эшләйәсәкһең. Йәйәүле ғәскәр һуғышындабулғанда, операторҙар БПЛА менән йыраҡтан идара итә. Һин дронды шәхси үҙәктән, дистанцион рәүештә, ҡурҡыныс булмаған урындан эшләйәсәкһең.

3. Һин һәйбәт IT-белгес буласаҡһың. Контракт бер йылға төҙөлә. Был ваҡыт эсендә һин махсум үҙәктә ике айлыҡ уҡыу үтәһең. Һин киләсәктең ысын гражданлыҡ һәм хәрби күнекмәләр алаһың: Дрондарҙы ремонтлау, көйләү һәм программалаштырыу;3D-моделләштереү, 3D-баҫтырыу; IP-селтәрен төҙөү һәм радиобәйләнеш ойоштороу;инженерлыҡ эше һәм топографиня аңлау.Уҡыу аҙағында таныҡлыҡ та бирелә. Бер йыл эсендә тыныс тормошто һаҡлай торған һөнәр үҙләштерәһең.

4. Һинең һайлау хоҡуғың бар. Ғәҙәти хеҙмәттән айырмалы рәүештә, бында барыһы ла асыҡ. Һинең ризалығыңбулмайынса башҡа ғәскәргә күсермәйҙәр. Һин – ҡәҙерле белгес. Бер йыл хеҙмәтиткәс, контактты өҙә йәки оҙайта алаһың.

5. Уңышың аҡсала үлсәнә. Маҡсаттарыңа ирешкән өсөн 50 мең һумдан 500 мең һумға ҡәҙәр өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.

6. Был студенттар өсөн дә мөмкинлек. Әгәр ҙә һин студент булһаң, был проблема түгел. Академик отпуск алырға, элиталы бүлексәлә хеҙмәт итеп ҡайтырға, унан уҡыуыңды дауам итергә мөмкин. Һин бер йылды юғалтмайһың, киреһенсә, тәжрибә туплайһың һәм вуздағы урыныңды һаҡлайһың.

БПЛА хеҙмәте – Ватанға аҡыл һәм технологиялар ярҙамында хеҙмәт итергә,лайыҡлы түләүҙәр алырға һәм 21 быуатта һорау булған уникаль белгеслектәргә эйә булырға теләүсе заманса ир-егеттәрҙең һайлауы.

Гөлназ Шәйхетдинова

Автор:
Читайте нас