Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
2 Март , 10:50

БПЛА операторы "Ҡарат" үҙенең хеҙмәте һәм йәшәүгә мотивацияһы тураһында һөйләне

Махсус хәрби операция зонаһында бөгөн яҙмыштар хәл ителә, һәм төп ҡорал булып йыш ҡына теүәллек кенә түгел, ә һиҙгерлек тә тора. «Ҡарат» позывнойлы яугир бөгөн БПЛА взводында хеҙмәт итә.

БПЛА операторы "Ҡарат" үҙенең хеҙмәте һәм йәшәүгә мотивацияһы тураһында һөйләне
БПЛА операторы "Ҡарат" үҙенең хеҙмәте һәм йәшәүгә мотивацияһы тураһында һөйләне

2022 йылдың көҙөндә, ил өлөшләтә мобилизация иғлан иткәс, Ҡарат та икеләнмәй генә хәрби формаһын кейгән. Бөгөн ул 428-се мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә, әммә уның һуғыш яланы юғарыла күк йөҙөндә һуҙыла. БПЛА операторы һәм разведчик-снайпер булып киткәнгә тиклем ул 10 көнлөк әҙерлекте МХО зонаһында үткән, ә тәжрибәне практика менән туплаған. Уның тоғро яуҙаштары - Mavic серияһы дрондары. Был "ҡоштар" - полктың күҙҙәре. Улар ғәҙәти ҡараштан йәшерелгәнде күрә, утты кәрәкле нөктәгә йүнәлтә һәм маҡсаттар эҙләй.

"Был бик яҡшы разведчиктар", - тип һөйләй Ҡарат.  Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби шарттарҙа пилотһыҙ осоу аппаратының эше оҙаҡҡа бармай. Бер дрондың ғүмере бер нисә көн генә тәшкил итә ала. Һөҙөмтәле эшләү өсөн яңы техниканың даими ағымы кәрәк.

Ҡарат әйтеүенсә, БПЛА операторы дронды тойорға, һәр модификацияның мөмкинлектәрен белергә, уның һауалағы тәртибен аңларға, тотҡарлыҡтарҙы алдан күрә белергә тейеш. Сөнки уның эшмәкәрлеге хәрбиҙәрҙең именлегенә һәм ғүмеренә бәйле. Тап шуға күрә Башҡортостанда хәҙер БПЛА операторҙарын әҙерләүгә сифатлы ҡараш бик мөһим. Республика белгестәрҙе уҡытыуҙан тыш, фронтты техника менән дә тәьмин итә. “Өфө ҡоштары" — FPV-дрондар алғы һыҙыҡта ысын эш атына әүерелде.

 “Улар ярҙамында беҙ дошман позицияларына теүәл ташлауҙар яһайбыҙ һәм, иң мөһиме, «үҙебеҙҙекеләргә» иң кәрәкле әйберҙәр алып барабыҙ. Бер шундай ҡош ике баллон һыу ауырлығында йөктө күтәрә ала. Был ғәйәт ҙур ярҙам, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала хәрби хеҙмәткәр.

Яугир үҙе тураһында бик аҙ һөйләй, сөнки уның өсөн иң мөһиме — эш. Өс йылдан ашыу өҙлөкһөҙ көрәш алып бара. Был ваҡыт эсендә ул алты контузия ала, ярсыҡтарҙан яралана, әммә ҡабаттан-ҡабат сафҡа баҫа. Караттың батырлығы һәм ҡаһарманлығы Юғары дәүләт наградаһы  - “Суворов миҙалы” менән билдәләнгән.

Әммә был ҡаты хәрби тарихта йылылыҡ өсөн дә урын бар. Күптән түгел Ҡараттың ҡыҙы тыуған. Хәҙер ул ҙур ғаилә башлығы: ҡатыны менән уның ике улы һәм бәләкәй принцессалары бар. Улар тураһында уйлау - ул иң ҡеүәтле һаҡланыу һәм йәшәү өсөн мотивация.

- Өйҙән китеүе ауыр, - ти ул. - Әммә алдымда торған бурыстарҙы аңлайым. Унда, позицияларҙа, мине иптәштәр көтә. Уларға минең ярҙамым, белемем һәм дрондарым кәрәк. Беҙ бер-беребеҙгә терәк булырға тейешбеҙ.

 
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн:
1. 122 һанына шылтыратырға,
2. Белорет һәм Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссариатына,
3. +7917-453-78-03, +7937-306-58-87, +7917-040-90-56, +7937-351-16-73 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
 
 
Автор:
Читайте нас