ҺҮҘ НИМӘ ТУРАҺЫНДА БАРА?
Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә кеше йыйыу башланды. Был – былтыр Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса ойошторолған яңы элиталы ғәскәрҙәр төрө.
Бындай ҡарар күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Рәсәй Оборона министрлығының «Красная звезда» баҫмаһы яҙыуынса, «МХО биләмәһендә утҡа тотоу бурыстарының 80 процентҡа тиклеме дрондар ярҙамында үтәлә. Хәҙерге ҡораллы конфликттарҙа бындай сараларҙың роле шул тиклем юғары, шуға ғәскәрҙәрҙең уңышы күбеһенсә пилотһыҙ системалар менән идара итеү һөҙөмтәлелегенә бәйле». Әммә элек дрон операторҙары башҡа хәрби-иҫәп һөнәрҙәре буйынса иҫәпләнһә, хәҙер иһә уларҙың эше рәсми, өҫтәүенә бер ыңғай юғары статус ала.
Әле үк уларҙың юғары класлы, яҡшы әҙерлекле, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугир буласағы аңлашыла. Шуға күрә улар өсөн айырым шарттар булдырыла һәм унда урындар һаны сикле буласаҡ.
МИНЕҢ ТЕЛӘГЕМ БАР, ТИК ӘЛЕГӘ ЭШЛӘЙ БЕЛМӘЙЕМ. МИНЕ ӨЙРӘТЕРҘӘРМЕ?
Эйе, һайлап алыу турын уңышлы үткән һәм контракт төҙөгән бөтә кандидаттар башта махсус уҡыу үҙәктәрендә ике айлыҡ әҙерлек үтәсәк. Уларҙы пилотһыҙ системаларҙы ремонтларға, көйләргә һәм программаларға, 3D-моделләү һәм 3D-баҫмаға өйрәтәсәктәр, төрлө төрҙәге – һауа, ер, һыу өҫтө һәм һыу аҫты пилотһыҙ аппараттары менән идара итергә, шулай уҡ коммерция нигеҙендәге БПЛА менән эшләргә – көйләргә, хеҙмәтләндерергә, ремонт эштәрен башҡарырға өйрәтәсәктәр.
Бынан тыш, программала IP-селтәрҙәр төҙөү, радиоэлемтә булдырыу, топографик карталарҙы тикшереү, инженер эшен белеү, хәрби припастар менән эшләү һәм транспорт саралары менән идара итеү ҡаралған.
Курс тамамланғас, уларға тейешле хәрби-иҫәп белгеслеге бирелеүе тураһында таныҡлыҡ тапшырыласаҡ.
ҠАЙҘА МӨРӘЖӘҒӘТ ИТЕРГӘ?
* үҙеңдең хәрби комиссариатыңа;
* контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө, Революция урамы, 156);
* шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә ғариза ҡалдырырға мөмкин.
Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет (булһа), никах һәм бала тыуыу тураһында таныҡлыҡтар (булһа), белем хаҡында документтар алығыҙ.
Контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия – 122.