Ниндәй өҫтөнлөктәр бар?
- Хеҙмәт хәүефһеҙерәк, сөнки хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫта үтә.
- Контракт бер йылдан алып билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлә. Ул тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.
- Контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеү менән бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәскәрҙәр төрөнә күсерергә ярамағанлығы яҙыла.
- Студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәте тамамланғас, кире бюджет нигеҙендә (урындар булған осраҡта) уҡырға ҡайтырға хоҡуҡлы.
- Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә. Дошмандың техникаһын, ҡорамалдарын уңышлы юҡ иткән кешеләргә 50 000 – 500 000 һум өҫтәмә түләү ҡаралған.
Кем контракт төҙөй ала?
Дәғүәселәргә талаптар түбәндәгесә:
- Рәсәй граждандары булған ир-егеттәр. Яңы подразделениеларҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хәрби-иҫәп белгеслектәре әлегә ҡаралмаған.
- 18 йәштән 35 йәшкәсә – FPV-дрон операторҙары, ә башҡа белгестәр өсөн – 18 – 45 йәш.
- Физик яҡтан үҫешкән булыу һәм һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ.
- Туғыҙ кластан да кәм булмаған белемдең булыуы мотлаҡ.
- Хәрби хеҙмәт тәжрибәһе булмаһа ла мөмкин.
- Ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителмәгән булыу шарт. Башҡа төрлө суд ҡарарҙары осрағында ҡарар һәр кемгә ҡарата шәхсән рәүештә ҡабул ителә.
- «Геймер» йәки радиосамолет/дрон менән идара итеү, «VR» файҙаланыу тәжрибәләре, аэродинамика һәм дрондың эшләү нигеҙҙәрен аңлау, арауыҡта фекерләү һәм «кадр тойғоһо», пилотһыҙ һауа суднолары менән идара итергә өйрәтеү тураһында сертификаттар һәм таныҡлыҡтар булыуы ныҡ хуплана.
Ғаиләләргә ниндәй льготалар бар?
Килешеүгә ҡул ҡуйыусыларҙың барыһына ла 1 400 000 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған, артабан ай һайын (хәрби дәрәжәгә, вазифаға һәм нисә йыл хеҙмәт итеүгә ҡарап) 220 мең һумдан башланған түләү, тейешле ташламалары менән хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы биреү ҡаралған. Хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәгәне өсөн дрон операторҙары 50 меңдән алып 500 мең һумға тиклем өҫтәмә түләүҙәр ала.
Бынан тыш, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 50-нән ашыу льгота ғәмәлдә. Улар иҫәбендә:
- Балалар өсөн – мәктәптәрҙә бушлай йылы аш, һөт кухняһы ризыҡтары, автобустарҙа йөрөү, балалар баҡсаһында урын, колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыу һәм ятаҡта урын, ял лагерҙарына путевкалар.
- Ғаилә өсөн – ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, кредит каникулдары, баҙарҙағынан түбәнерәк хаҡҡа торлаҡ, күргәҙмәләргә һәм концерттарға бушлай билеттар һәм башҡалар.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
- үҙеңдең хәрби комиссариатыңа;
- контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө, Революция урамы, 156);
- шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә ғариза ҡалдырырға мөмкин.
- Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет (булһа), никах һәм бала тыуыу тураһында таныҡлыҡтар (булһа), белем хаҡында документтар алығыҙ.
Контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия – 122.