Бөрйән районы ветерандары советы рәйесе Олег Ғәлиев төбәк етәксеһенең сығышы күберәк бөгөнгө көндә барған махсус хәрби операция темаһына арналған булыуын билдәләне.
-Радий Фәрит улы бөгөн Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһе ваҡытында быйылғы йылға төп бурыстарҙы билдәләне - ВСЁ ДЛЯ ПОБЕДЫ! БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН! Мин был һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм һәм хуплайым. Сөнки бөгөнгө көндә беҙҙең иң төп һәм мөһим бурыс – махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә мөмкин тиклем ярҙам итеү. Яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына өҫтәлмә ярҙам саралары күберәк булһын. Бигерәк тә МХО ветерандарын һәм һаулыҡтары ҡаҡшаған яугирҙарҙың яраҡлашыуын тәьмин итеү буйынса медицина һәм реабилитация үҙәктәре, шифаханаларҙы булдырыу, булғандарын яңыртыу кәрәк. Беҙҙең райондан да МХО-ла хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ойошма-предприятие коллективтары, эшҡыуарҙар, төрлө йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр, махсус хәрби операцияла йөрөүсе яугирҙарҙың туғандары, ғөмүмән, барлыҡ район халҡы әүҙем ҡатнаша. Бөгөн яугирҙарға районда тағы бер мунса әҙер. КФХ етәксеһе Азат Баймөхәмәтовтың инициативаһы менән әтектәр махсус хәрби операция зонаһына ебәреүгә мунса әҙерләгәндәр. Яҡташ яугирҙарға ярҙам итергә теләгән ауыл халҡы аҡса йыйып, Иҫке Мөсәт ауылы оҫтаһы, шәхси эшҡыуар Данир Муллағәлиевтан мунса эшләтеп алған. Был МХО зонаһына ебәреләсәк 33-сө мунса. Бындай эштәр дауам итәсәк. Илебеҙ именлеге һағына баҫҡан ҡаһармандарҙы ярҙамдан ташларға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ, -тине Олег Марс улы.