Рифат бәләкәй сағынан сос, тырыш малай була. Спорт менән даими шөғөлләнеп, төрлө ярыштарҙа мәртәбәле урындар яулай. Үҫә төшкәс талантлы егет төрлө мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй - ауылда, районда үткән төрлө концерттарҙы моңло йырҙары менән биҙәй. Балта эшенә оҫта була, мейес тә сығара, шәп ҡортсо ла. Әйтерһең, ғүмеренең ҡыҫҡаҡ булырын һиҙеп, йәшәп ҡалырға ашыға.
Рифат Шәрифулла улы махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән ирекле батальон составында юллана. 30-сы айырым мотоуҡсылар бригадаһының 2-се гвардия дөйөм ғәскәр армияһында хеҙмәт итә. Алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл, тырыш егетте командиры, хеҙмәттәштәре ихтирам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рифат хәрби бурысын намыҫлы һәм лайыҡлы үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Күпмелер ваҡыттан һуң эйәһен эҙләп тапҡан награданы район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы батырҙың әсәһе Миңнур Хәмит ҡыҙына тапшырҙы.
Рифаттың бер туған апаһы Эльвира Шәрифулла ҡыҙы:
-Һаулығы буйынса ҡустым әрме хеҙмәтенә бара алманы. Шулай ҙа Тыуған илем, ерем, тип янып йәшәне. Шуға ла илебеҙҙең һыналышлы осоронда ситтә ҡала алмай, үҙ теләге менән хеҙмәткә юлланды. Учебка ваҡытында уҡ үҙен күрһәтеп өлгөргәйне Рифат. Командирҙары хөрмәт итеп, гел маҡтап телгә алды. Ҡаһарманлыҡ орденына ла хеҙмәт иткән хәрби часенән тәҡдим иткәндәр. Тимәк, командирҙары, иптәштәре ҡустымды онотмай. Уның менән сикһеҙ ғорурланам, - тине.