Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
6 Июнь 2025, 09:00

“Илһөйәр булып ҡалам”

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан райондаш ир-егеттәр – ысын геройҙар.

“Илһөйәр булып ҡалам”
“Илһөйәр булып ҡалам”

“Батыр” позывнойлы яугир яҡташыбыҙ ҙа Тыуған ил, һәр беребеҙҙең именлеге өсөн көрәшә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан сағында ул көнкүреш шарттары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тәжрибәһе хаҡында бер аҙ һөйләп үтте.
Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы егете Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң армия сафтарында хәрби бурысын үтәй. Ҡайтҡас, йәш белгес Һарғаяла - Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында эш башлай. Мораҙым ҡыҙына өйләнеп, артабан баш ҡалала йәшәргә ҡарар итәләр.
Яҡташыбыҙ Өфөлә “Тәбиғәттән файҙаланыу” институты ғилми-производство предприятиеһында белгес булып эшләй, артабан тырыш, яуаплы хеҙмәткәр директор вазифаһына тиклем күтәрелә.
Әммә уның тормошонда ҡырҡа үҙгәреш яһап, илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителә - ул 2022 йылда махсус хәрби операцияға алына.
-Ҡазанда хәрби әҙерлек үткәндән һуң операция зонаһында уҡсы булып хеҙмәт иттем. Унда башҡорттар күп кенә, араларында райондаштар ҙа бар. Гуманитар ярҙам, нигеҙҙә, Бөрйәндән килә, адреслап ебәрелгән тыуған яҡ күстәнәстәре имен килеп етә. Маскировка селтәрҙәре күп кәрәк. Кейем, атап әйткәндә, еп ойоҡтар тиҙ туҙа, дымлы салфеткаларға даими ихтыяж кисерәбеҙ. Дөйөм алғанда, боеприпастар етә, кейендерәләр, ашаталар, үҙебеҙ ҙә бешереп ашайбыҙ. Блиндаждарҙа уртаса 6-12 кеше йәшәйбеҙ, - ти яугир.
“Батыр” хәҙер ярты йыл самаһы инде хәрби тәьминәттә хеҙмәт итә. Һалдаттарҙы кейем-һалым, боеприпастар, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, төрлө документация эштәрен алып бара.
Мөмкинлегенә ҡарап, “Батыр” 9 йәки 6 ай һайын ҡайтып, ғаиләһе янында ял итергә, көс йыйырға тырыша.
-Ҡыҙым башланғыс класты, улым балалар баҡсаһын тамамланы. Әлеге ялымда улымдың хушлашыу иртәлегенә осрашыуға саҡырҙылар. Унда миңә атайҙары махсус хәрби операцияла булған бәләкәстәргә “Минең атайым - герой” тигән билдәләр тапшырыу хоҡуғы бирелде.
Илһөйәрлекте үҫтереү кәрәк. Мәктәптә генә тәрбиә биреү етмәй. Тыуған илде яратыу балала атай менән әсәй, беренсе уҡытыусы тәрбиәһе аша уяна, - ти бала сағынан патриот булып үҫкән, тәбиғәтте һөйгән яҡташыбыҙ.
“Батыр” махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлыҡтары өсөн Жуков, Генерал Шайморатов, 2-се дәрәжә “Батырлыҡ”, “Донбасты азат иткән өсөн” миҙалдары менән наградланған. Уларҙан тыш, полк исеменән бирелгән миҙалдары ла бихисап. Әлбиттә, был миҙалдар артында әллә күпме ваҡиға, тарих, хәтер һаҡлана. Тик аҙ һүҙле яугир был турала һөйләргә теләмәне.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Батыр” позывнойлы яҡташыбыҙға һәм илебеҙ тыныслығы өсөн Ватан һағына баҫҡан барлыҡ ир-егеттәргә имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

Автор:
Читайте нас