-13 °С
Болотло
Яугир 5-9 класс уҡыусыларына үҙенең тормошо, хеҙмәте хаҡында һөйләне, киләсәктә илһөйәр, тырыш, белемле, көслө рухлы булып үҫеүҙәрен теләне. Балалар һалдатҡаүҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. “Бухгалтер” тыуған мәктәбендә махсус хәрби операцияға бағышланған музей асырға ниәт итеп, яйлап экспонаттар йыя башлаған. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан райондашыбыҙ был юлы каска, бронежилет алып ҡайтҡан. Ул алып ҡайтҡан әйберҙәрен буласаҡ музейға тапшырҙы.