Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
13 Март 2025, 17:01

Ил сиген һаҡлай “Буран”

“Буран” позывнойлы яугир урта мәктәптән һуң ул Өфөләге аграр университетҡа уҡырға инһә лә, ир-егетлек бурысын үтәү ниәте менән 2018 йылда армияға юллана.

Ил сиген һаҡлай “Буран”
Ил сиген һаҡлай “Буран”

Смоленск ҡалаһында тимер юлы буйы ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итеп ҡайтып, тыуған ауылында бер аҙ эшләп ала. Ләкин бәләкәй сағынан хәрби кеше булырға хыялланған “Буран” 2021 йылдың апрелендә контракт төҙөп, Нижегородск өлкәһенә хеҙмәт итергә юллана.   Дальнее Константиново ҡасабаһындағы стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре сафында курстар үтеп, сержант званиеһы алғас, 2023 йылда  Йошкар-Ола ҡалаһындағы 14-се  ракета дивизияһына күсерелә.

Махсус хәрби операция башланғас, “Буран” үҙенең урыны шунда икәнен аңлай. Бала сағынан бергә уйнап үҫкән класташтары Сынбулат Билалов менән Фәиз Ғәлиндың да МХО-ла ил тыныслығы өсөн ғүмерҙәрен аямауы ла тәьҫир иткәндер. Сынбулатты һуңғы юлға оҙатыуға ҡайтып, хәрбиҙәрсә телмәр тотоп, класташы хаҡында йылы хәтирәләре менән бүлеште ул...

2024 йылдың 1 майынан ул хеҙмәт иткән частән МХО-ға юлланыу өсөн 200 кеше туплана һәм Донецк Халыҡ республикаһына юл тоталар. “Буран” Белгород ҡалаһына барып эләгә.

МХО-ға алынмаҫ элек, шул уҡ йылдың март айында, күптән танышып йөрөгән ҡыҙы Ләйсән менән Йошкар-Ола ҡалаһының күркәм бер мәсетендә никах уҡытып ҡуялар.

Арҡыры бысҡылар менән имән, саған ағастарын бысып, блиндаж өсөн тәрән итеп ер ҡаҙып, уны ике ҡат бүрәнәләр менән көпләп, тупраҡ тултырылған тоҡтар йәйеп, таҡта һалып, ике аҙна эсендә  ер аҫтында йәшәрлек торлаҡ ҡороп алалар. Яйлап ялан шарттарында йәшәргә лә күнегә улар, хәрби дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә лә өйрәнәләр.

-Ризыҡты, аш-һыу кәрәк-яраҡтарын үҙебеҙ һатып алып, бешереп ашайбыҙ. Ҡоро паек та бирелә. Мунсабыҙ юҡ, еүеш салфеткалар менән көн күрәбеҙ. Сик буйын һаҡлағас, мөрйәнән сыҡҡан төтөн беҙҙең өсөн хәүефле. Сөнки осоп йөрөүсө баяғы “себендәр” ҡайҙан  йылы сыға, шунда килеп төшөргә генә тора.

Ҡулына бер тапҡыр ҙа автомат тотоп атып ҡарамағандар, физик яҡтан көсһөҙҙәр осрай. Был тәңгәлдә Әбделмәмбәт мәктәбе беҙҙе, егеттәрҙе генә түгел, ҡыҙҙарҙы ла, етеҙлеккә, сослоҡҡа, ауырлыҡты сабыр еңергә өйрәтте - уҡытыусыларыбыҙға оло рәхмәт һүҙе еткергем килә. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, - ти “Буран”.

Йыл тулып килгәндә тәүгә ялға ҡайтҡан “Буран”ға именлек-һаулыҡ, МХО-ла хеҙмәт итеп йөрөүсө яҡташтарыбыҙҙың еңеүсе батырҙар булып тыуған яҡтарына иҫән-һау  ҡайтып төшөүҙәрен теләйек.

Бөгөнгө көндә контракт хеҙмәтенә ҡабул итеү дауам итә. Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән һәр кемгә бер тапҡыр бирелә торған 2 100 000 һум күләмендә түләү ҡаралған. Бынан тыш, республикала хәрбиҙәрҙең ғаиләләре өсөн 42 төрлө льгота эшләй. Контракт буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте Белорет, Межгорье ҡалаларының, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссариатында алырға мөмкин. Адресы: Белорет ҡалаһы, Б. Хмельницкий урамы, 3а.

Ил сиген һаҡлай “Буран”
Ил сиген һаҡлай “Буран”
Автор: Б. Тимерғәлиев
Читайте нас