2025 йылдың беренсе яртыһына матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы дауам итә. “Таң” гәзитенең тиражын һаҡлау йәһәтенән төрлө акциялар үтә. Шуларҙың береһенең - “Таң” менән изгелек ҡыл” эстафетаһының киң таралыуы ҡыуаныслы күренеш.
Күптән түгел райондашыбыҙ, Иҫке Собханғол ауылы егете Азамат махсус хәрби операция зонаһынан бәйләнешкә сығып, подписка бүләк итеүҙә ҡатнашырға теләүен белдергәйне. Әлбиттә, беҙ уның был изге ниәтен тормошҡа ашырырға ярҙам иттек. Яҡташыбыҙ “Таң” менән изгелек ҡыл” акцияһында ҡатнашып, әсәһе Рәмилә Баязитованы һәм уҡытыусыһы Сәриә Кәбированы гәзиткә яҙҙырҙы.
2022 йылда мобилизацияланып, махсус хәрби операция зонаһына ебәрелгән “Тамерлан” позывнойлы өлкән лейтенант ваҡыты сикле булыуына ҡарамаҫтан, бер-ике минут ваҡыт бүлергә тырышты.
-Беҙ Херсон яғындабыҙ. Украин ғәскәрҙәрен Днепрҙың икенсе ярына сығармаҫҡа тырышабыҙ. Минең ҡарамаҡта 18 кеше, танктарға ҡаршы пушкаларҙан атабыҙ. Бөрйәндәрҙән бер үҙем. Артиллерия полкы штабында оператив дежурный итеп тәғәйенләнеләр. Гуманитар ярҙам яйлап килеп тора, нигеҙҙә, Пенза яғынан ебәрелә. Башҡортостандан блиндаждар төҙөргә таҡталар килә. Туҡланыу яғы һәйбәт.
Йәйгелек ялға ҡайтып киттем. Райондаштар ышанһындар, бында йөрөгән егеттәрҙе көтһөндәр, исемебеҙгә тап төшөрмәҫбеҙ, - тип барыһына именлек-һаулыҡ теләп, күп сәләмдәр ебәрҙе взвод командиры.
“Имен-һау ғына йөрөгөҙ, беҙ һеҙҙе көтәбеҙ”, тигән теләктәрҙе теләп тә өлгөрҙөк, “Тамерлан” беҙҙең менән бәйләнеште өҙөргә мәжбүр булды.
Илдә тыныслыҡ урынлашып, яугирҙарыбыҙға имен-һау тыуған ерҙәренә ҡайтырға, тыуған төйәктәрендә тамырланып, бәхетле ғүмер итергә насип булһын.