Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
20 Август , 18:30

Түләүҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәргәндәр

Башҡортостанда “Рекрут” программаһы активистары үҙҙәренә тейеш аҡсалата түләүҙе МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ярҙам фондына тапшырған.    

Түләүҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәргәндәр
Түләүҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәргәндәр

”Рекрут” программаһы армияға ярҙам итергә теләгән кешеләргә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Әүҙемселәр Башҡортостан буйлап йөрөп, контракт хеҙмәтенең өҫтөнлөктәре һәм илдең именлеген тәьмин итеүҙәге һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙағы роле тураһында һөйләй. Доброволец медицина комиссияһын үтеп, хеҙмәткә юлланғандан һуң, әүҙемселәргә аҡсалата түләү ҡаралған.

Рәсәйҙә йәшәгән һәр граждан рекрут була ала, әммә шулай ҙа бер нисә талап бар:

  • 18 йәштән өлкән булырға;
  • мәшғүллектең билдәле бер категорияларына, шул иҫәптән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре категорияһына ҡарамаҫҡа.

Һорауҙарығыҙҙы 122 (Ситуация үҙәге) йәки +7(347)218-19-19 телефоны буйынса бирә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас: