Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
28 Июль , 19:58

Хәрби химик нисек профессиональ мунсасы булып киткән?

“Рәхәттә” һаулыҡ һәм туризм фестивалендә ҡатнашыусы профессиональ белгестәр мунса тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер.

Хәрби химик нисек профессиональ мунсасы булып киткән?
Хәрби химик нисек профессиональ мунсасы булып киткән?

Уларҙан мунса инеү серҙәре, нисек дөрөҫ итеп сабынырға, парланырға, ниндәй пар яҡшыраҡ, нимә ул коллектив парланыу  кеүек темаларға бик күп мәғлүәмәт алырға мөмкин.

Мәҫәлән, Төмән ҡалаһынан килгән  сабыныу буйынса чемпионаттта ҡатнашыусы   Александр Ларионов, дүрт йылдан ашыу профессиональ мунсасы булып эшләй. Быға тиклем һигеҙ  йыл Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә  хәрби химик булып эшләгән.

Хәрби кешене ошондай эшкә күсергә нимә сәбәпсе булды икән?  

– Ниндәйҙер бер мәлдә уйға ҡалдым: кешеләргә ниндәй ыңғай тәъҫораттар, изгелек бирә алам?  Бәлки, тормошомдағы бер көрсөк мәле булғандыр...  Әле генә мунса мәҙәниәте тергеҙелә башлағайны. Электән мунса яратам. Бер нисә тапҡыр барып ҡараным да, ул мине тағы ла нығыраҡ  үҙенә ылыҡтыра барҙы. Өҫтәүенә, хәрби һөнәрем буйынса кеше организмында ниндәй үҙгәрештәр барғанын белгәнлектән, был һөнәр  мине ҡыҙыҡһындырҙы. Кешеләргә ниндәйҙер изгелек эшләй алыуым, ял, сәләмәтлек бүләк итә алыуым менән дә бәхетлемен.

Эшемә килгәндә, миңә коллектив  парланыу оҡшай.  15 минут эсендә мөмкин тиклем күберәк кешене йылытыу кәрәк. Кемдер көслө пар ярата, кемдер йомшағыраҡ, шуға ҡарап алтын урталыҡты таба белеү мөһим, – ти ул беҙҙең һорауға яуап биреп.

Александрҙың  Яңы йыл байрамдары алдынан 14 сәғәт сабыныу бүлмәһенән сыҡмай тиерлек эшләгәне  булған.  Бер көндә 40-тан ашыу кешене хеҙмәтләндергән. Эҫе мунсала шунса сәғәт туҡтамай тиерлек эшләп ҡара әле!    “Үҙ-үҙеңде һаҡлау – иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Был мәсьәләгә аҡыл менән ҡарарға кәрәк.  Өҫтәүенә, хәлең булмаһа, нисек итеп кешене сабындырмаҡ кәрәк”, – ти ул эшенең нескәлектәре менән уртаҡлашып.

Бына шулай, кемдер бер нисә йылдан һуң үҙенең урынын тап мунса индустрияһында тапҡан.

Фото:Автор фотоһы. 

Автор:
Читайте нас: