Мосолмандарҙың доға ҡылыу йортона яугирҙар армия йондоҙҙары хөрмәтенә «Йондоҙ-рахман» исемен биргән. Мәсет яугирҙарҙың үҙҙәренең аҡсаһына төҙөлгән. Төҙөлөш хеҙмәттән буш ваҡытта барған.
Мәсет асылған көндә яугирҙар намаҙ уҡыған һәм байрам ашын ойошторған. Мәсеттең тәүге ҡунаҡтары - заданиенан ҡайтҡан «юлаевсылар», Ростов өлкәһе мосолмандарының Диниә назараты вәкилдәре һәм Донецк Халыҡ Республикаһы муниципаль берәмеге етәкселәре.
Мәсет Башҡортостандан килтерелгән ағастан һалынған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров менән килешеү буйынса Башҡортостандан ҡарағай бүрәнәләре, таҡталар һәм брустар килтерелде, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.