Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
16 Март , 16:55

Яугир ауылдаштарына ярҙам итә

"Мәһәҙей" позывнойлы яраланып ялға ҡайтҡан был яугир, таяҡҡа таянып саҡ йөрөйөм, тимәгән - һайлау участкаһына үҙе килгән.МХО-ға үҙ теләге менән юлланып, хеҙмәт барышында ҡаты яраланып госпиталдә ятып, әле операция яһатырға китергә йөрөгән "Мәһәҙей" ял итеү, дауаланыу араһында ла үҙенең тыуған ауылындағы мәктәпкә спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтеп өлгөргән.

Яугир ауылдаштарына ярҙам итә
Яугир ауылдаштарына ярҙам итә

Филиал етәксеһе Лариса Маликова: "Туған мәктәбен онотмай ағайыбыҙ - 5 мең һумлыҡ бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Был аҡса 20 баланың юлына, бассейнда йөҙөүгә етте. Балалар үҙҙәренән 100-әр һум аҡса түләп, кинозалда кино ҡарап, иртәнән кискәсә ял итеп ҡайттыҡ,"-ти.

1976 йылғы яугир олатай үҙенең ейәне менән ейәнсәре йөрөгән балалар баҡсаһына ла уйынсыҡтар алып биреп ҡыуандырмаҡсы икән.
Аллаһтан шифа табып, һауығып, имен йөрөп һау ҡайтһын "Мәһәҙей ".  Рамаҙан айында ҡылған изгелектәре өсөн арттырып бирһен Раббыбыҙ, Үҙе һаҡлап йөрөтһөн!

Яугир ауылдаштарына ярҙам итә
Яугир ауылдаштарына ярҙам итә
Автор:А. Гарифуллина
Читайте нас: