Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
28 Ноябрь 2023, 10:00

Гуманитар ярҙам йыйыла

М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға сираттағы гуманитар йөк йыя.


Яугирҙәр өсөн тепловизор, генератор, бензобысҡы, газ баллондары, 5, 10, 27 литрлы буш газ баллондары, УАЗ автомобиленә аккумулятор, балталар, өс бармаҡлы бирсәткәләр, 43-46 размерлы йылы ирҙәр итектәре, еүеш салфеткалар кәрәк.
Гуманитар ярҙам йыйыу район мәҙәниәт һарайында 15 декабргә тиклем ойошторола.
Аҡсалата ярҙамды 89276354419 телефон һандары буйынса (Гульнара Валитовна Х.) Сбербанк картаһына күсерергә мөмкин.

Автор:Г. Хафизова.
Читайте нас: