Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
5 Август 2023, 09:20

Ватанды һаҡлау тигән һөнәр бар, ти егеттәр

Иҫке Мөсәттән К.Ҡулбирҙин менән Яңы Собханғолдан И. Йортбағышев МХО-ла контракт буйынса хеҙмәт үтәй – 2022 йылдың 11 ноябрендә өйҙәренән сығып китһәләр, отпускыға күптән түгел генә ҡайтып төшкәндәр.

Ватанды һаҡлау тигән һөнәр бар, ти егеттәр
Ватанды һаҡлау тигән һөнәр бар, ти егеттәр

“Тыныс тормоштағы һөнәрҙәрегеҙҙе хәрбигә алмаштырыуға нимә этәргес булды?” - тигән һорауға ДРСУ-ла эшләп йөрөгән еренән МХО-ға үҙ теләге менән юлланған Илдус, ике уйлап та тормай: “Ватанды һаҡлау тигән һөнәр бар”, - тип ҡырҡа яуап бирҙе.

“Беҙ икебеҙ ҙә Салауат Юлаев батальонында. Унда бөрйәндәр туғыҙбыҙ. Яңы Собханғолдан, Иҫке Мөсәттән дүрт ир-егет. Бер нәмәгә мохтажлыҡ кисермәйбеҙ: аҙыҡ-түлек етәһе, кейем-һалым ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла бирештерерлек түгел, һыуға ҡытлыҡ юҡ – фуралар менән килтереп торалар. Республиканан гуманитар ярҙам даими килеп тора. Ашаталар, эсерәләр, ваҡытында аҡсаһын күсереп торалар, рухи яҡтан күтәрергә тип дин белгестәре – имамдар ҙа килеп тора, вәғәздәрен һөйләй - тағы ни кәрәк инде”, - ти егеттәр.

“22 декабрь теге яҡҡа индек. Уға тиклем бер ай хәрби әҙерлек үттек. Ошо юлды һайлағаныма һис үкенмәйем. Тәҡдир шулай ҡушҡан, барыһы ла ошолай булырға тейеш булған, тимәк, тип тыныс ҡабул итәм бөтә нәмәне лә. Бына әле атай-әсәйемә бесән эшләшергә, ярҙам итергә форсат тейҙе”, - ти Илдус.

Олораҡ кеше, дүрт балалы ғаилә башы булараҡ , Камилдың да әйтер һүҙе бар: “Уйланып-уйланып йөрөнөм дә, хеҙмәт итергә тигән ҡарарға килдем. Ике уланым, ике ҡыҙым бар бит – Мәрәһим, Айназ, Аҡйондоҙ, Ғәлиә. Балаларҙың киләсәге матур, имен булһын, тинем... Бына әле атай - әсәйгә ярҙам итәбеҙ, уларға бесән эшләшергә кәрәк. Барыһы ла һау ғына булһындар”.

Шулай ғына була күрһен – ир-егеттәребеҙгә имен- аман ир-егетлек бурысын үтәп, үҙ аяҡтарында, камил аҡылдарында үҙ нигеҙҙәренә, ғаиләләре, атай - әсәләре янына әйләнеп ҡайтырға насип булһын киләсәктә  лә.

Автор:А.Ғарифуллина
Читайте нас: