Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
24 Май 2023, 16:15

Етемдәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар торлаҡ бүлеүгә өҫтөнлөклө хоҡуҡ аласаҡ

Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа закон ҡабул итте, уға ярашлы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы етем балалар өҫтөнлөклө тәртиптә дәүләт ҡарамағындағы торлаҡты ала аласаҡ.

Етемдәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар торлаҡ бүлеүгә өҫтөнлөклө хоҡуҡ аласаҡ
Етемдәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар торлаҡ бүлеүгә өҫтөнлөклө хоҡуҡ аласаҡ

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, ошо уҡ закон менән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, эшсе йәки хеҙмәткәр һөнәре буйынса белем алыусыларға бушлай ҡайтанан профессиональ белем алыу мөмкинлеге бирергә тәҡдим ителә. Уҡыған осорҙа уларға ай һайын төбәк ҡаҙнаһынан стипендия һәм йылына бер тапҡыр уҡыу әҙәбиәте һәм яҙыу кәрәк-яраҡтары алыу өсөн пособие түләнәсәк.

«Етем балалар айырым ярҙамға мохтаж. Закон ҡабул ителгәндән һуң уларҙың хеҙмәт баҙарындағы үҙгәрештәргә яраҡлашыу, ҡыҙыҡлы эш табыу һәм үҙ-үҙен күрһәтеү мөмкинлектәре күберәк буласаҡ», - тип билдәләне парламент спикеры Вячеслав Володин.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы

Автор:Ляйсан Закирова

Фото: архив ИА Башинформ

Автор:
Читайте нас: