Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
19 Май 2023, 13:43

Сынбулат батыр иҫтәлегенә

Килдеғол ауылында Украинала барған махсус хәрби операция ваҡытында батырҙарса һәләк булған ошо ауыл егете, Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Билалов Сынбулат Рафиҡ улының яҡты иҫтәлегенә мәктәп уҡыусылары араһында патриотик йырҙар конкурсы үтте.

Сынбулат батыр иҫтәлегенә
Сынбулат батыр иҫтәлегенә

Сараның тәүге өлөшөндә Сынбулаттың тәүге уҡытыусы Мөнир Фәйзуллин яратҡан уҡыусыһы тураһында һөйләне, уға арнаған шиғырын уҡыны. Килдеғол мәктәбе уҡыусылары бик үҙенсәлекле итеп Сынбулаттың тормош юлын сәхнәләштерҙе.

Сынбулаттың әсәһе Әлфиә Нуретдин ҡыҙы Килдеғол мәктәбенең балалар ансамбленә улыныҡы кеүек береттар бүләк итте.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева, район мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Сәйфетдинов сығыш яһаны.

Конкурста барлығы 26 вокал ансамбле ҡатнашты. Һәр ансамбль 2 патриотик йыр әҙерләгән.

Һәр ҡатнашыусыға Билаловтар ғаиләһе әҙерләгән эмблемалы бейсболкалар, ансамблдәргә аҡсалата бүләк һәм еңеүсе ансамблдәргә конкурстың күсмә кубоктары, район мәҙәниәт бүлегенең дипломдары тапшырылды.

Тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында.

 

Сынбулат батыр иҫтәлегенә
Сынбулат батыр иҫтәлегенә
Сынбулат батыр иҫтәлегенә
Сынбулат батыр иҫтәлегенә
Сынбулат батыр иҫтәлегенә
Сынбулат батыр иҫтәлегенә
Сынбулат батыр иҫтәлегенә
Сынбулат батыр иҫтәлегенә
Сынбулат батыр иҫтәлегенә
Сынбулат батыр иҫтәлегенә
Сынбулат батыр иҫтәлегенә
Сынбулат батыр иҫтәлегенә
Автор:
Читайте нас: