Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
26 Ғинуар 2023, 15:55

Республикала Шайморатов һәм Доставалов исемендәге ирекле башҡорт батальондары яугирҙары өсөн адреслы посылкалар йыйыу дауам итә

Республикала йәшәүселәр 2 февралгә тиклем «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләре майҙансыҡтарында урынлашҡан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабтарына посылкалар килтерә ала. Махсус хәрби операция үткәреү зонаһына оҙатыу үҙәкләштереп башҡарыласаҡ.

Посылкаларҙы әҙерләгәндә был исемлеккә иғтибар итергә кәрәк: эске кейем, термо кейем, шәхси гигиена предметтары, олтораҡтар, батарейкалар, быҡтырылған консервалар, балыҡ консервалары, кәнфиттәр, ҡуйыртылған һөт, тәмәке, шәкәр, шоколад, сәй, кофе. Бынан тыш, посылкаға оҙайлы һаҡлауҙағы аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, хаттар, өҫ һәм аяҡ кейеме һалырға мөмкин.

Посылкаларға алкоголле эсемлектәр, наркотиктар, аҡса, осло предметтар, ҡорал һәм башҡа тыйылған предметтар һалыу ҡәтғи тыйыла.

Посылкаларҙы төрөүҙә ҡайһы бер талаптарҙы үтәргә кәңәш итәбеҙ:

1. Посылкалар коробкала булырға тейеш (тейәү/бушатыу өсөн паллеттар барлыҡҡа килтереү өсөн 30 х 30 см ҙурлыҡта);

2. Посылка һеҙҙең янда, алған саҡта йәбештерелергә тейеш. Өҫкө өлөштә БАТАЛЬОН һәм ИСЕМ-ШӘРИФ ТУЛЫҺЫНСА (әгәр билдәле булһа, рота һәм взвод, (позывнойҙы күрһәтмәйбеҙ);

3. Әгәр бер нисә коробка ебәрелә икән, уларға ла ебәреүсе тарафынан батальон һәм алыусының фамилияһы, коробканың номеры йәбештерелергә тейеш;

4. Дымдан һаҡланһын һәм юлда боҙолмаһын өсөн  бөтә посылкаларҙы ла целлофанға (пленкаға) төрөргә кәрәк.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, посылкалар 2 февралгә тиклем Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабында ҡабул ителә.

Адрестары менән ошо һылтанма буйынса күсеп танышырға мөмкин.

БРО ВПП «Единая Россия» Айдар Ишмаев 

Автор:
Читайте нас: