Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
20 Декабрь 2022, 17:07

Иҫән-һау һәм еңеү менән ҡайтығыҙ: Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны махсус хәрби операцияға юлланды

Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө ирекле башҡорт батальонын оҙатыу тантанаһы уҙҙы. Батальон хәрби бүлексәләр ветерандары башланғысы менән ойошторолдо. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был идеяны хупланы.

Иҫән-һау һәм еңеү менән ҡайтығыҙ: Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны махсус хәрби операцияға юлланды
Иҫән-һау һәм еңеү менән ҡайтығыҙ: Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны махсус хәрби операцияға юлланды

Батальон айырым хәрби берәмек булараҡ Рәсәй гвардияһы составына инде.

Хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһы республика етәксеһе Радий Хәбировтың һәм Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы генерал-лейтенант Руслан Султыговтың Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыуынан башланды.

«Махсус хәрби операция башланғандан алып меңәрләгән ир-егет хәрби бурысын үтәй, илебеҙҙе һаҡлай, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтә. Уларға ярҙам кәрәк. Бөгөн тотош республика исеменән һеҙгә Тыуған илде яҡлау тураһында ҡарар ҡабул иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондарҙың яугирҙәренә ярҙам итеп торабыҙ, һеҙҙең хаҡта ла хәстәрлек күрербеҙ. Ғаиләгеҙҙе, туғандарығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙы ярҙамыбыҙҙан ташламабыҙ. Һеҙгә ныҡлы вәғәҙә бирәм. Тап ошо майҙандан ата-бабаларыбыҙ фашистарға ҡаршы һуғышҡа киткән. Бөгөн һеҙ ошо хәрби батырлыҡты дауам итәһегеҙ. Минең артта – генерал Шайморатов һәйкәле. Уның «Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!» тигән девизын онотмағыҙ. Һеҙҙе хәрби бурыстарҙы үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ», – тине Радий Хәбиров, батальон яугирҙәренә мөрәжәғәт итеп.

Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы генерал-лейтенант Руслан Султыгов 81 йыл элек, 1941 йылдың декабрендә, данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһының ойошторолоуы һәм уның командиры итеп хәрби генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тәғәйенләнеүе хаҡында әйтте.

Республика етәксеһе хәрби подразделение командиры, подполковник Дмитрий Ф.-ҡа  Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны байрағын тапшырҙы.

«Батальондың шәхси составы араһында – 48 хәрби хәрәкәт ветераны, 12 яугир махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. Салауат Юлаев исемендәге батальондың шәхси составы исеменән һеҙҙең ышанысығыҙҙы аҡларбыҙ, хәрби бурыстарҙы лайыҡлы һәм намыҫлы үтәрбеҙ тип ышандырам», – тине батальон командиры.

Тантаналы марш менән атлап үткәс, батальон яугирҙәре туғандары һәм яҡындары менән хушлашты.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2022-12-20/zhdem-vas-zhivymi-i-s-pobedoy-bashkirskiy-batalon-imeni-salavata-yulaeva-otpravilsya-v-zonu-svo-3080337

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Автор:
Читайте нас: