Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
27 Октябрь 2022, 22:50

Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация буйынса бурыс үтәлде, тине Республика Башлығы

Махсус хәрби операция зонаһына оҙатылған ир-егеттәргә ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә. Үҙем уларҙы оҙатыуҙа ҡатнаштым, ғаиләләре менән үҙҙәрен лайыҡлы тотоп, ләкин моңһоу ғына ҡарап хушлаштылар. Улар туристик сәйәхәткә түгел, ә ғүмер һәм һаулыҡ өсөн хәүефле урындарға юллана. Хәҙерге көндә төп бурыс, коллегаларым да мине ишетә, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү. Бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ», ‒ тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығының тура бәйләнеше барышында Радий Хәбировҡа өс балаһы булған граждандарҙы саҡырыу буйынса һорау бирҙеләр.

Республика етәксеһе махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға ихтирамын һәм рәхмәтен белдерҙе. Ул ир-егеттәрҙе шәхсән үҙе оҙатыуын, уларҙың ғаиләләре менән хушлашҡанын күреүен әйтте. Беҙҙең егеттәр туристик сәйәхәткә түгел, ә ғүмер һәм һаулыҡ өсөн хәүефле урындарға юллана, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Һис шикһеҙ, мин ирҙәре махсус хәрби операция киткән һәм 16 йәшкә тиклемге өс балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы аңлайым. Беләһегеҙме, мин ҡарар ҡабул иттем һәм дүшәмбенән ул үтәлде. 16 йәшкә тиклемге өс бала тәрбиәләгән ир-егеттәребеҙгә килгәндә, уларҙы хәрби әҙерлек үтеү урындарынан ҡайтарабыҙ. 200-ләгән кешене кире ҡайтарҙыҡ. Әммә «алмаштырабыҙ» тигән һүҙҙе файҙаланыу мөһим, сөнки мобилизация бурысын үтәргә тейешбеҙ. Оборона министрлығының бының нисек эшләргә кәрәклеге тураһында аңлатмаһы бар. Был йәһәттән ҡуйылған бурысты үтәнек, егеттәр кире ҡайтты. Әммә уларҙың урынына хәрби хеҙмәткә саҡырыу өсөн ошондай сикләүҙәре булмаған яҡташтарыбыҙҙы ебәрҙек.

Махсус хәрби операция зонаһына оҙатылған ир-егеттәргә ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә. Үҙем уларҙы оҙатыуҙа ҡатнаштым, ғаиләләре менән үҙҙәрен лайыҡлы тотоп, ләкин моңһоу ғына ҡарап хушлаштылар. Улар туристик сәйәхәткә түгел, ә ғүмер һәм һаулыҡ өсөн хәүефле урындарға юллана. Хәҙерге көндә төп бурыс, коллегаларым да мине ишетә, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү. Бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ», ‒ тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/direct_line/2022-10-27/radiy-habirov-o-chastichnoy-mobilizatsii-moya-priznatelnost-i-uvazhenie-tem-kto-ushel-na-svo-3006102

Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация буйынса бурыс үтәлде, тине Республика Башлығы
Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация буйынса бурыс үтәлде, тине Республика Башлығы
Автор:
Читайте нас: